Илде грипп баҫты

Рәсәйҙә грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыусылар күбәйә. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр карантинға ябыла. Башҡортостанда ла сирләүселәр күп, әммә эпидемия иғлан итерлек кимәлдә түгел. Беҙҙәге ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса үткән аҙнала республикала 21 мең кеше ауырыған. Улар араһында 3 – 6 йәшлек кескәйҙәр күп, 62 процент тәшкил итә. Өфөлә бөтәһе 7 …

Continue reading ‘Илде грипп баҫты’ »

Яңы биҫтәлә — яңы баҡса

«Сулпан» биҫтәһе Туймазы ҡалаһынан 2 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда 600-ләп ғаилә йәшәй. Күптәре — йәштәр. Шуға ла яңы балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙлек менән көткәндәр.

Йәштәр ситкә китмәһен!

29 ғинуарҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән тағы Сибайҙа булды. Ул илебеҙҙең киләсәге – балалар менән йыш осраша. Был юлы ла бер нисә балалар учреждениеһына барҙы. 2015 йылда асылған сәнғәт мәктәбендә, мәҫәлән, һынлы сәнғәт, дизайн, туҡыу, компьютер графикаһы, ағасты семәрләү, керамика, рәсем йүнәлештәре буйынса эш алып барыла. Бөтәһе 700-гә яҡын бала шөғөлләнә. Сәнғәт …

Continue reading ‘Йәштәр ситкә китмәһен!’ »

Өфөнән – яҡшы кәйеф менән!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада минең күңелемдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, күренекле шәхестәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе белеүебеҙҙе, әңгәмә ҡороу оҫталығыбыҙҙы күрһәттек.

Синыфташҡа ҡайғы килһә…

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Ҙур байрамдар үтеп, яңы дәрт, көс менән белем алырға тырышаһығыҙмы? Каникулығыҙ нисек үтте? Айбарланып, ҡар борҡотоп, тауҙарҙан күңелегеҙ булғансы шыуҙығыҙмы? Ҡунаҡҡа йөрөнөгөҙмө? Яҡшы, һәйбәт, файҙалы ял булдымы? Тормош шулай гөрләп кенә алға барған мәлдә күңелһеҙ, эс бошорғос хәлдәр ҙә булып ала, килешәһегеҙме? Бына шундайҙарҙың береһен һеҙгә бәйән иткем килә. Был хәлдә үҙегеҙҙе нисек …

Continue reading ‘Синыфташҡа ҡайғы килһә…’ »

Тылсым эйәләре

Аҡ халатлыларҙы тылсым эйәләренә тиңләргә була. Ҡулдары, йылы һүҙҙәре менән дә шифа өрөүселәр бит улар. Баш ҡаланың 17-се балалар клиник дауаханаһының 3-сө педиатрия бүлексәһе мөдире, 45 йылға яҡын ғүмерен балаларҙың һаулығын хәстәрләүгә бағышлаған юғары категориялы педиатр Татьяна Швец, уның етәкселегендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе лә шулай тип атарға була. Бөтә күңеле менән үҙ эшен яратып башҡарған, палаталарҙа …

Continue reading ‘Тылсым эйәләре’ »

Бәйге дауам итә

Шахмат мәсьәләләре сисеү буйынса ярыш дауам итә. Был юлы ла һеҙгә 10 мәсьәлә тәҡдим ителәсәк, күберәген – миниатюралар. Бәйге май айында тамамланасаҡ, уның һөҙөмтәләре иһә июндә билдәле буласаҡ. Кемдәр ҡатнашырға теләй, бүләк отҡоһо килә, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ. Тик бының өсөн «Йәншишмә»гә лә яҙылырға онотмағыҙ, йәме. «Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһендә мәктәп, лицей, гимназия уҡыусылары, командалары ҡатнаша ала. …

Continue reading ‘Бәйге дауам итә’ »

Хоҡуҡ батшалығына сәйәхәт

Ҡышҡы һыуыҡ мәлдә беҙҙең балалар китапханаһына 21-се лицей­ҙың икенсе синыф уҡыусылары ашыҡты. Улар өсөн бында хоҡуҡ батшалығына сәйәхәт ойошторолдо. Сара хоҡуҡ өлкәһенә арналған кроссворд сисеүҙән башланды, унан ҡанундар, уларҙың кеше тормошондағы роле хаҡында һөйләштеләр. Йәш китап уҡыусылар был көндө күп мәғлүмәт алды. Ни өсөн ҡанундар яҙылыуы тураһында ла аңлаттылар.