Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

3-өнән 13 декабргә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө бара. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншишмә»гә 431 һум 40 тингә яҙылып өлгөрһәгеҙ, 59 һум 4 тинегеҙ янығыҙҙа ҡаласаҡ. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ.

Атай-әсәйҙәргә рәхмәт!

Атай-әсәйҙәргә рәхмәт инде. Синыфыбыҙ менән «Йәншишмә»гә яҙылдыҡ. Ә уларҙың ярҙамынан башҡа был эште атҡарып сыға алыр инекме ни? Уҡыуҙа ла, ялда ла, байрамдарҙа ла гел бергәбеҙ. Улар – беҙҙең оло таянысыбыҙ! Гүзәлиә ЙӘНТҮРИНА, IV синыф етәксеһе. Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Велосипед кемгә эләгер?

Дуҫтар, белегеҙ, декабрь урталарында төп бүләк – Forward Hardi 1.0 велосипеды уйнатыласаҡ. Ул кемгә эләгер икән? Уйында гәзитебеҙгә 6 ай­ҙан алып 1 йылға тиклем яҙылғандар ҡатнаша ала. Еңеүсе йәрәбә тартып сығарыу юлы менән билдәләнә. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә уйында ҡатнашып, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. «Йән­шишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк редакцияға ебәрә һалығыҙ. «Тимер ат» һеҙҙе көтә.

Өлкән һәм әйҙәүсе уҡытыусылар буласаҡ

2020 йылдан уҡытыусыларҙы ике төргә бүлергә уйлайҙар: өлкән уҡытыусы һәм әйҙәүсе уҡытыусы. Был хаҡта Бөтә Рәсәй конференцияһында мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева еткерҙе. Ул уйлап табылған һөнәри стандарт проектының исемен «Педагог» тип атаны. Ведомство етәксеһе уҡытыусыларға ла, табиптар кеүек, һөнәргә инеү һынауы булырға тейеш, тип иҫәпләй. Шулай уҡ педагогтарҙың һөнәрен баһалаусы бойондороҡһоҙ аттестация үтеү …

Continue reading ‘Өлкән һәм әйҙәүсе уҡытыусылар буласаҡ’ »

Бер осрашыуға ни етә!

Ауыл мәктәбендә мөхит барыбер икенсерәк. Балалар үҙҙәренең ихласлығы, ябайлығы менән ныҡ айырыла. Улар менән аралашып, үҙең дә иҫ китмәле тәьҫораттар менән ҡайтаһың. Ҡыҙрас мәктәбендә лә шулай булды.

Мәктәп музейыбыҙ бар

1975 йылдан алып мәктәбебеҙҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Ундағы һәр экспонат – тарихи күренеш, быуындар араһында бәйләнеш тотоуҙа, тәжрибә уртаҡлашыуҙа күпер хеҙмәтен үтәй. Уҡыу­сыларҙа белем алыуға ынтылыш, ҡы­ҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан сығып, ҡай­һы бер тәрбиәүи сәғәттәр, дөйөм күҙәтеү рәүешендәге саралар мәктәп музейында үткәрелә.

Тиҙерәк ҡар яуһын ине

Һәр миҙгел үҙенсә матур. Ҡыш айын йыл һайын көтөп алам. Бер көн иртән күҙемде асһам, ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған. Мин шунда уҡ тышҡа атылдым. Ҡар бүрегемә, туныма ҡуна. Шаяртып сикәмде иркәләй һымаҡ. Ҡар бөртөктәрен тоторға тырышып, ҡулымды һонам. Усыма бер-береһенә тамсы ла оҡшамаған ҡыш биҙәктәре төшә.

Һай, үҙебеҙҙең малайҙар!

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары – Илназ һәм Искәндәр Кирәевтәргә, Камил Мәҡсүтов менән уның балалар баҡсаһына йөрөү­се ҡустыһы Шамилға нисек һоҡланмай­һың инде?