«Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

Ҡәҙерле милләттәштәр! Башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер балалар гәзите – «Йәншишмә»гә лә ҡурҡыныс янай башланы. Яҡын арала уның электрон гәзит кенә булып ҡалыуы бар. Йәнәһе лә, тиражы аҙ, уҡыусылар кәмей.