Ҡыш бабай бүләктәре

Бына тағы ла бер йыл артта ҡала. Ул республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителгәйне. Шул айҡанлы Башҡортостандың төрлө тарафтарынан бик күп хаттар алдыҡ. Шундай тырыш, уңған, өлгөлө ғаиләләр барлығына бергәләп ҡыуандыҡ.

Айсар Йосопов

Һинең статусың: Учалы районы Ҡунаҡбайҙағы балалар сәнғәт мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһымын, һеңлем өсөн хәстәрлекле ағай. Ҡаҙаныштарың: уңыштарым бик күп. Шуларҙың иң-иңдәрен әйткәндә, 2015 йылда Силәбелә үткән баш­ҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыу­сыларҙың балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара конкурсында – дипломант, Октябрьскийҙа йәш музыканттарҙың «Башҡорт халыҡ ҡоралдары» Бөтә Рәсәй конкурсында – III дәрәжә диплом лауреаты, 2016 йылда Магнитогорскиҙа …

Continue reading ‘Айсар Йосопов’ »

«Тамыр» менән бергә ҡалам»

«Тамыр» телеканалын уның бөгөнгө баш мөхәррире Резеда Миңлебай ҡыҙы Миндиәрованан (Байсурина) башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. 26 йыл ғүмерен тапшырыуҙары аша йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған икән. Бөгөн, күркәм юбилейы айҡанлы, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Төп Шыршы байрамы

Баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған республика Башлығы Шыршыһы байрамында төрлө район-ҡалаларҙан 780 балаға ҡатнашыу бәхете тейҙе. Улар – уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада, конкурс, спорт ярыштары еңеүселәре, фес­тиваль лауреаттары, күп балалы ғаиләләрҙән, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр.

«Батырыбыҙҙы Эстонияла ла хөрмәтләйҙәр», — ти йәш актёр Морат Рафиҡов

Быйыл ғына төшөрөлгән «Салауат юлдарынан» фильмын ҡараһағыҙ, төп ролдәге йәш актёр Морат Рафиҡов менән танышһығыҙ инде. Сығышы менән Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан ул. Әлеге көндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дра­ма театрында эшләп йөрөй. Фильмда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты уйнай. Бө­гөн Морат ағайығыҙ беҙҙә ҡунаҡта. Әйҙәгеҙ, үҙе менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле.

Мөғжизәләр көтәбеҙ

Ҡыш – бар донъяны ап-аҡ хәтфәгә күмгән яҡты, мөғжизәле миҙгел. Сана-саңғыла, тюбингта шыуа­быҙ, рәхәтләнеп конькиҙа йөрөйбөҙ. Та­ғы ла ул беҙгә серле, сихри Яңы йыл байрамы алып килә. Уны олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала, сөнки был көндө ниндәйҙер тылсым булыр һымаҡ.

Китап менән дуҫ бала тәртипле, рухлы була

12, 24, 36, 48, 60, 72… Математика дәресенән миҫал сисергә әҙерләнәме был, тип уйлап ҡуймағыҙ тағы. Киләһе йылдың хужаларын барлап ултырыуым. Кемдәргә 2019 йылда шунсама йәш тула – улар яңы йылдың хужалары була. Йондоҙнамә буйынса бер нисә көндән Сусҡа йылы башлана. Икенсе төрлө Ҡабан йылы ла, тиҙәр уны. Ун ике йыл һайын ҡабатланып торған йылдарҙың …

Continue reading ‘Китап менән дуҫ бала тәртипле, рухлы була’ »