«Аҙна һайын – отош»

Кәсәләр йыйылмаһы Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбенән йәш хәбәрсебеҙ Заһиҙә Рәжәповаға сыҡты. Дуҫтар, тиҙҙән төп бүләк – велосипед уйнатыласаҡ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигәндәй, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Уйын декабрь аҙағынаса дауам итә. Ҡатнашырға теләһәгеҙ, «Йәншишмә»гә яҙылығыҙ ҙа квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙ арала редакцияға ебәрегеҙ.

Афарин, бишенселәр!

Бишенселәргә: «Афарин!» – тиергә генә ҡала. Нәркәс Әхмәтйәнова, Дияз Мөхәмәтйәнов, Эльвина Вәхитова, Линар Ғәлимов, Айназ һәм Закир Мырҙагилдиндар уҡытыусылары Сәүиә Шәрифулла ҡыҙы Закирова менән бергәләп киләһе йылға «Йәншишмә»гә яҙылып та ҡуйҙы. Уҙған йылда ла алдырыусылар бар ине. Быйыл иһә – бөтә синыфтары менән! Яратҡан гәзиттәрен улар дәрестә лә фай­ҙалана, өйгә эш әҙерләгәндә лә ҡуллана.

Директор булам

Йыш ҡына минән: «Ҙур үҫкәс, кем булаһың?» – тип һорайҙар. «Директор», – тип яуаплайым. Беренселә уҡығанда синыф етәксебеҙ Эльмира Морат ҡыҙы «Мин ҙур үҫкәс…» тигән темаға инша яҙҙырғайны. Иң ҙур хыялым – директор булыу, тип йөрөгәнемде хәтерләйем.

Азалиә Шафиҡова

Һинең статусың: баш ҡалалағы Михаил Ферин исемендәге 60-сы лицейҙың X «А» синыфында уҡыйым. Уҡыуҙа, бәйгеләрҙәге уңыштарың, ҡаҙаныштарың: уҡыу алдынғыһымын, 2015/16 уҡыу йылында «Йыл уҡыусыһы», 2016/17 уҡыу йылында В. И. Корзников исемендәге стипендиат, финанс грамоталығы буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы еңеүсеһемен, Бөтә Рәсәй кимәлендә призёр булдым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район, …

Continue reading ‘Азалиә Шафиҡова’ »

Берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы

Баш ҡалабыҙҙа «Илһам» нәфис һүҙ һөйләү конкурсы ун икенсе тапҡыр үткәрелде. Уны йыл һайын Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы ойоштора. Йәш быуынды үҫтереү, туған телгә, мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған бәйгелә мәктәп, район кимәлендә 500-гә яҡын бала ҡатнашты. Һәр йәш төркөмөндә еңеүселәр ҡалала көсөн һынау бәхетенә иреште.

Әзүм тауы

Мин Белорет районының Исмаҡай ауылында тыу­ғанмын. Әле Шығай мәктәбендә уҡып йөрөйөм. Исмаҡайға 1724 йылда нигеҙ һалынған. Түңгәүер ырыуына ҡарай. Ауылыбыҙ тәбиғәте бигерәк матур. Тауҙар араһында ултыра ул. Көнсығыштан – 1724 метр бейеклектә Бишитәк, ә көнбайыштан – Бейекморон, Ҡыҙылтау, Бүтә­лай­ғы, көньяҡтан – Аҡтүбә, төньяҡтан Беҙәк тауҙары уратып алған. Ҡыҫҡаһы, ауылыбыҙ ҡаҙан эсендә ултырған кеүек. Ә уны …

Continue reading ‘Әзүм тауы’ »

Ҡояшым минең

Ҡәҙерле әсәйем Гөләйфә Бирғәле ҡыҙы Салауатова Бөрйән районының хозур тәбиғәтле Ҡолғана ауылында иш­ле ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Олатайым менән өләсәйемдең 6 ҡыҙы, 5 малайы араһында иркәләнеп тә, наҙланып та, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт яратып, егәрле булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, хисапсы һөнәрен һайлай.

Эргәмдә булмаһаң да…

Хәтеремдә әсәйемдең ҡулдарын етәкләп беренсе тапҡыр балалар баҡсаһына барыуым, үҫә төшкәс, матур сәскәләр гөлләмәһе тотоп беренсе синыфҡа уҡырға килеүем. Ҡәҙерлем үҙе лә мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Матур итеп йырлай, бәйләмгә оҫта, тәмле итеп бешеренә, гөлдәр үҫтерергә ярата.