Велосипед кемгә эләгер?

Дуҫтар, белегеҙ, декабрҙә төп бүләк – велосипед уйнатыла. Ул кемгә эләгер икән? Уйында гәзитебеҙгә 6 айҙан алып 1 йылға тиклем яҙылғандар ҡатнаша ала. Еңеүсе йәрәбә тартып сығарыу юлы менән билдәләнә. Әйҙәгеҙ, ашығайыҡ, һанаулы ғына көндәр ҡалды. «Йән­шишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк редакцияға ебәрә һалығыҙ. «Тимер ат» һеҙҙе көтә. Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 490 …

Continue reading ‘Велосипед кемгә эләгер?’ »

«Аҙна һайын – отош»

Бүләгебеҙ – стена сәғәте баш ҡалалағы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының VII «А» синыфы уҡыусыларына яҙған икән. Бында белем алыусы уҡыу­сылар «Йәншишмә»гә йыл да яҙылмай ҡалғаны юҡ. Ә уны ойоштороуҙа беҙҙең күптәнге дуҫыбыҙ, китапханасы Венера Миңлеғәли ҡыҙы Билалова ярҙам итә. Рәхмәт инде уға.

Төп Шыршы байрамы

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2019 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, төп Яңы йыл шыршыһы 21 декабр­ҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ.

Бишбүләктең бер бүләге бит ул!

Бишбүләк районына тәүгә барыуым. Һәр яҡтың үҙ гүзәллеге. Был ерҙәр ҙә юл буйында осраған матур итеп кәртәләп алынған шишмәләре, йәтеш кенә тауҙары, ике яҡлап оҙатып барған ҡайындары, ҡарағайҙары менән әсир итте.

Мортас күле

Ер-һыу атамаларыбыҙ­ҙың тарихын һәр беребеҙ өйрәнһәк ине. Ата-бабаларыбыҙ ҡурай уйнаһа, баш­ҡарған көй тарихын тыңлаусыларға һөйләгән. Йырсылар йырлар бул­һа, ошо йырҙың исеме нисек килеп сығыуын аңлат­ҡан. Халҡыбыҙҙың күргән-кисергәндәрен үҙҙәрендә һаҡлай ул беҙҙе уратып алған ауыл-ҡалалар, тау-түбәләр, йылға-кисеүҙәр, ҡыр-болондар… Әлеге яҙып алған күл атамаһы хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм.

Динислам Әхмәев

Уҡыған мәктәбең, си­ныфың: Ауырғазы районы Талбазылағы лицейҙың XI «Б» синыфында уҡыйым. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: 2017/18 уҡыу йылында экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында, «Таҙа фән» фәнни-ғәмәли конференцияһында – еңеүсе, ботаника буйынса йәш экологтарҙың Бөтә Рәсәй слётында призёр булдым. Уңышлы булыу серҙәре: эшһөйәр, маҡсатыңа ынтылыусан, тырыш булһаң, теләгәнеңә ирешәһең.

Вика Тарасова

Уҡыған мәктәбең, синыфың: Ауыр­ғазы районы Талбазылағы лицейҙың XI синыфында белем алам. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: үткән уҡыу йылында урыҫ әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район, төбәк этаптарында еңеүсе булдым. Быйыл да урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса муниципиаль этапта беренсе урын алдым. Уңышҡа өлгәшеү сер­ҙәре: фәнгә ҡарата ҡы­ҙыҡһыныуым һәм тырышлығым булыуы, аҙаҡ шуны иҫбатларға теләү.

Бәлә – аяҡ аҫтында!

Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла, ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла, ышан, тиһәләр ҙә, һәр саҡ һаҡ булырға кәрәк. Бәлә аяҡ аҫтында ғына! Элегерәк был ваҡытта ер ап-аҡ ҡар аҫ­тын­да, йылғалар ҙа ҡалын боҙ менән ҡапланған була торғайны. Ә хәҙер миҙгелдәр ҙә һуңлап килә. Көндәр һаман йылы тора әле. Боҙға ла ышаныс юҡ. Шулай икән, …

Continue reading ‘Бәлә – аяҡ аҫтында!’ »

Аптырап, баҙап ҡалманыҡ

Архангельскиҙа AR2T2 робот техникаһы буйынcа командалар турниры уҙҙы. Дистанцион рә­үеш­тә бишенсе тап­ҡыр үткәрелгән бәйгене Инфотехнологиялар белем биреү үҙәге «Ростелеком» компанияһы яр­ҙамында ойошторҙо. Ун­да Рәсәй Федерацияһының 29 төбәгенән, Беларусь һәм Ҡаҙағстандан балалар командалары ҡатнашты. Бәйге V – VIII, IX – XI синыфтар араһында айырым барҙы. Унда Сиҙәм мәктәбенең «Робобайт» берекмәһендә шөғөлләнеүселәр ҙә һынатманы.

«Республика намыҫы өсөн!»

Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында «Республика намыҫы өсөн!» фестиваль-конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Бәйгегә 40 райондан 12 номинация буйынса бөтәһе 288 эш ҡабул ителгән. Бүләкләнеүселәр араһында уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы спортсыһы – 2018» номинацияһында еңеүселәр араһында Салауат ҡалаһынан ҡаяға үрмәләү буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Алмаз Нагаев бар ине.