Дәрестәрҙә ҡулланасаҡбыҙ

Беҙҙең Дүсән башланғыс мәктәбендә бик тырыш уҡыусылар белем ала. Районда, республикала уҙғарыл­ған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, мәктәп, ауыл данын күтәргән яҡшы уҡы­ған балалар ғына, тиһәк тә, хата булмаҫ. Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең филиалыбыҙ. Дирек­тор Илмир Рәшит улы Шафиҡов тара­фынан бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырыл­ған. Синыф бүлмәләре яҡты һәм йы­лы. Бында төплө белем алыр өсөн шарттар …

Continue reading ‘Дәрестәрҙә ҡулланасаҡбыҙ’ »

«Аҙна һайын – отош»

Был шәп бүләкте кем отто, тиһегеҙме? Берҙәмлектә – көс, тиҙәр бит. Бишбүләк районы Дүсән башланғыс мәктәбе уҡыусылары «Йәншишмә»гә күмәкләп яҙылғас, еңеүгә өмөттәре лә ҙур ине. Һөҙөмтәлә, бүләк уларҙың береһенә сыҡты ла инде. Филүс Кәлимуллин IV синыфта уҡыған ҡыҙы Филиәгә гәзит яҙҙырған һәм бүләк тә отто. Икеләтә шатлыҡ.

Аҡсалата дәртләндерелә

Башҡортостанда халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен, призёрҙарын, шулай уҡ улар­ҙы әҙерләгән уҡытыусылар­ҙы матди яҡтан дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тейешле Указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙы әҙерләүсе педагогтары өсөн премия күләме 60 мең һум тәшкил итә, призёрҙарға һәм уҡыусыларҙы әҙерләгән остаздарына – 30 мең. Бер …

Continue reading ‘Аҡсалата дәртләндерелә’ »

Тарих буйынса акция

Ватан тарихы буйынса белемегеҙҙе тикшергегеҙ киләме? Теләһәгеҙ, 30 ноябрҙә үтәсәк акцияла ҡатнаша ала­һығыҙ. Тарих буйынса һынау уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, интернет селтә­рендә үткәрелә. Тест өсөн 40 һорау бирелә, уларға 40 минутта яуап бирергә кәрәк. Быйылғы акция Рәсәй Конституцияһының 25 йыллығына арнап уҙғарыла.

Әмирҙең роботы – иң шәбе

Әмир Ибраһимовтың робот-йыйыштырыусыһын Мәскәүҙә уҙған инжиниринг һәм робот техникаһы буйынса «RoboLiga World – 2018» халыҡ-ара чемпионатында ла оҡшатҡандар. Йәш Өфө малайы ижади төркөмдә еңеүсе булған. Бындай шәп роботты ҡайҙа йыйырға өйрәнгән, тиһегеҙҙер. Баш ҡаланың «Глобус» балалар ижады үҙәгендә. Әйткәндәй, был чемпионатта 10 илдән вәкилдәр ҡат­нашҡан. Уларҙың роботтары футбол, сумо, уҙыш һәм баш­ҡа ярыштарҙа көстәрен һынаған.

Ҡыйыуҙарға – бүләктәр

«Ҡурҡмаҫ йөрәкле, батыр балалар булғанда республикабыҙ үҫешәсәк, йәшәйәсәк әле». Шулай тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәш геройҙарҙы бүләкләү тантанаһында.

«Уңыш сере тырышлыҡта һәм түҙемлелектә», – ти Гөлнәзирә

Исемең-шәрифең: Гөлнәзирә Мәхмүтова. Уҡыған мәктәбең, синыфың: Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының XI «А» синыфында уҡыйым.

Беритәк – Берәтәк

Йәй һайын әсәйемдең тыу­ған ауылына бармай ҡалмайбыҙ. Берәтәктә Нөгөш һәм Берәтәк йылғалары бар, улар ҡушылған урын Күкьятыу тип атала. Миңә иң оҡшағаны – шунда һыу инеү. Таулы-урманлы тәбиғәте ныҡ матур. Ауылдың тарихын тарих уҡытыу­сы­һы Вәли бабай Ғүмәров яҙып алған, ти әсәйем. Мин дә был турала интернеттан уҡыным.

Руслан күптәргә өлгө

Һеҙ һүрәттә Илкәнәй мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Рус­лан Мөхәмәтшинды күрәһегеҙ. Белем усаҡтарында бик маҡтайҙар үҙен. Шулай булмай ни, беренсе синыфтан уҡ «Урал батыр» эпосын ятлап, район бәйгеләрендә алдынғы урындарҙы алып килә бит. Һай, афарин да инде!