Лиәнең сәскәләре

Бынау күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Бөтәһе лә – IX синыф уҡыусыһы Лиә Айытбаеваның оҫта ҡулдары тыуҙырған гүзәллек. – 2 – 3 йыл элек әсәйем мауыға башлағайны, мин дә ҡыҙығып китеп, интернеттан бергәләп өйрәндек. Ваҡ эш инде, түҙемлек тә кәрәк был сәскәләрҙе яһап ултырырға, әммә миңә бик оҡшай. Пайеткаларҙан эшләүе еңелерәк һәм тиҙерәк, …

Continue reading ‘Лиәнең сәскәләре’ »

Бындай ауыл донъяла юҡ!

Бик данлыҡлы ауыл бит ул! Батырҙар төйәге! Тағы ҡайҙа бар шундай урын?! Был бәләкәй генә Кинйәабыҙ ауылынан бер түгел, өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Улар – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Хәсән Ғайсин, Сәлмән Биктимеровтар. Ғәфиәтулла Шәһимәрҙән улы фин дзотын тар-мар итеүҙә ҡатнашһа, Хәсән Нәзир улы Үрге Михайловка ауылы өсөн һуғышта, Витебск ҡалаһындағы бәрелештәрҙә тиҫтәләгән гитлерсыларҙы юҡҡа сығара. …

Continue reading ‘Бындай ауыл донъяла юҡ!’ »

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Быйыл беҙҙең cиныфыбыҙға байтаҡ изге эштәрҙә ҡатнашырға насип булды. Шулай һәр ҡайҙа ла һынатмаҫҡа тырышабыҙ. Майҙың йәмле бер көнөндә үҙенең геройҙары менән данлыҡлы Кинйәабыҙ ауылына барып ҡайттыҡ. Күптәнге хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға геогра­фия уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улы Тайыпов, тәрбиәсебеҙ Эльмира Тимерҡаҙыҡ ҡы­ҙы Рәхимова, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Земфира Ирек ҡы­ҙы Усманова ярҙам итте. Ҙур рәхмәт …

Continue reading ‘Изгелек ерҙә ятып ҡалмай’ »

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Әбделмәмбәт мәктәбендә Туристар көнөн билдәләү матур йолаға әйләнеп китте. Быйыл да уҡыусылар был көнгә бағышланған ярышты түҙем­һеҙлек менән көтөп алды. Тырышып әҙерләнгәндәре күренеп тора. Һәр синыфтан команда төҙөлгән, туризмға бағышланған плакаттар, презентациялар ҙә әҙер. Ярыш барышын төшөрөргә фотографтар ҙа билдәләнгән. Аҙаҡ иң матур, шәп кадр еңеүсеһен асыҡлаясаҡтар. Байрам командалар парадынан башланды. Улар иң етеҙ, сос …

Continue reading ‘Хәрәкәттә – бәрәкәт’ »

Беҙҙә теннис яраталар

Спорт – һаулыҡ, көс, матурлыҡ. Әгәр сәләмәт булғың килһә, уның менән шөғөллән, тиҙәр. Спорт үҙеңдең етешһеҙлектәреңде лә еңергә өйрәтә. Тыуған илебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн көслө, сыҙамлы кешеләр кәрәк.

Ҡойолған япраҡтарға – яңы һулыш

Ҡыҙғылт, һары ҡанаттарын йәйеп, тағы көҙ килде. Әүәлгесә көндәр йылы, ҡоро тора, алтын япраҡтар тын ғына ҡойола. Ҡала өҫтөнән йылы яҡтарға ҡыр ҡаҙҙары ла осоп үтте. Улар болон, урмандар шауын, тауҙар йәшеллеген үҙҙәре менән йылы яҡтарға, диңгеҙ буйҙарына алып китте. Көр­һөнөп тә ҡуяһың, моңһоу ҙа булып ҡала. Ни эшләйһең, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар, әммә …

Continue reading ‘Ҡойолған япраҡтарға – яңы һулыш’ »

Линар Белый

Кем ул Линар Белый? Ниңә үҙенә ундай исем алған? Йәш йырсы матур йырлауы, моңло тауышы, әле йәштәр араһында киң таралған «шафл» стилендә бейеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Бөрйәндән, тиҙәр, ысынлап та, шулаймы икән? Барыһын да үҙенән белешергә булдым.

Илемде, иңемде һаҡлай ғаиләм – ҡәлғәм минең!

Һаумы, Жәмһәриә! Һиңә Әбйәлилдән хат яҙыусы Нәркәс булыр. Хатыңды алдым, сәләмдәреңде еткер­ҙем. Нимә яҙғанһың, барыһын да аңланым. Хәлдәрең нисек? Ниндәй яңылыҡтар бар? Каникулда ҡай­ҙа барырға йыйынаһың? Ниндәй китаптар уҡырға яратаһың? Һин минең ғаиләм тураһында яҙыуымды үтенгәнһең, һорауыңды үтәйем. Өләсәйем тәфсирләп шәжәрә тураһында һөйләгәйне. Бына нимә тине ул: «Баш­ҡорт шәжәрәләре йөҙҙәрсә йылдар буйына быуындан-быуынға төҙөлә килгән, …

Continue reading ‘Илемде, иңемде һаҡлай ғаиләм – ҡәлғәм минең!’ »

Беҙҙең өйҙөң йәме

Мостай Кәрим ижады менән танышыу 5 – 6 йәштәр тирәһендә булды. Мин уның ниндәй ҙур шәхес, бөйөк кеше икәнлеген аңлап та етмәгәнмен инде… Әсәйем беҙгә «Бүләк» тигән китап алып ҡайтып бирҙе. Ләйсән апайым шундағы һүрәттәрҙе күрһәтеп, шиғырҙарын уҡыны. Әлфиә исемле ҡыҙ тураһында хикәйә иҫемдә ныҡ ҡалған. «Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?» – тип атала ине. Һүрәте …

Continue reading ‘Беҙҙең өйҙөң йәме’ »