«Аҙна һайын – отош»

Бәхет был юлы Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылынан Миңһылыу Мирхәйҙәроваға йылмайҙы. Мосолман сынаяғы уға оҡшар, тип уйлайбыҙ. Миңһылыу апай, бүләгегеҙҙе алырға килгән­дә паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк буласаҡ. Ә беҙҙең уйын дауам итә, «Йәншиш­мә»гә яҙылып, унда ҡатнашырға ашығығыҙ.

Йәш рәссамдар тәбрикләнде

Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған «Минең ерем – минең байлығым» балалар һүрәттәре конкурсына 500-гә яҡын эш килде. Унда еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре байрамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы. 6 – 8 йәшлектәр араһында Бишбүләктәге 2-се мәктәптән Данил Емельянов иң-иң тип табылһа, 9 – 10 йәшлектәрҙән – Көйөргәҙе …

Continue reading ‘Йәш рәссамдар тәбрикләнде’ »

Тәнәфес оҙайырмы?

Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡала мәктәптәрендә тәнәфес ваҡытын оҙайтыу тураһында тәҡдим яңғыраны. Был бер сменала уҡыу көнөнә күсеүгә бәйле. «Өфөләге мәктәп ашханаларына йөкләмә артты. Балалар төплө итеп туҡланып өлгөрмәй, был уларҙың һаулығында насар сағылыш таба, – тип билдәләне баш ҡаланың эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралығы начальнигы Луиза Макшукова. – Ҡаланың мәғариф идаралығы менән …

Continue reading ‘Тәнәфес оҙайырмы?’ »

Кескәйҙәр ҙә йөрөп уҡый

Көҙгө каникул тамамланып, тағы ла уҡыуҙар башланды. Йә, нисек үтте ялығыҙ? Күңелле булдымы? Синыфташтарығыҙ, яратҡан уҡытыусығыҙ һағындырғандыр әле, эйе бит? Ана, бөгөн Әбеш мәктәбендә лә тәүге дәрестәр үтте. Беҙгә башланғыс синыфтар янында булырға тура килде. Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: бында беренселәр – өсөнсөләр менән, ә икенселәр дүртенселәр менән бергә уҡый. Балалар һаны аҙ бул­ғанға …

Continue reading ‘Кескәйҙәр ҙә йөрөп уҡый’ »

«Ҡоламаҫ өсөн ҡыбырларға кәрәк!» – ти Ғәзинур

Исем-шәрифең: Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов. Уҡыған мәктәбең, синыфың: Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республи­ка башҡорт интернат-гимназияһының X «А» синыфы уҡыусыһымын. Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: математика олимпиадаһында – республика буйынса, физика олимпиадаһында ҡала буйынса призёр булдым. Еңел атлетика буйынса республика чемпионатында еңеп сыҡтым, 9 Май эстафетаһында – III, ҡала бәйгеһендә 800 метрға йүгереүҙә икенсе урын яуланым. Тәбиғәт ғилеме …

Continue reading ‘«Ҡоламаҫ өсөн ҡыбырларға кәрәк!» – ти Ғәзинур’ »

Үҙегеҙҙе яҡлай ҙа белегеҙ

Балалар, минең һеҙҙең менән бик сетерекле темаға һөйләшкем килә. Ул шул тиклем нескә – хатта үҙем албырғап, һүҙҙәр таба алмай торам. Нисек кенә булһа ла, ауыҙ ябып ултырыу ҙа яҡшыға түгел бит инде.

Батырға ла ял кәрәк

Ниһайәт, оҙайлы ял ет­те! «Салауат Юлаев» ныҡ арыны, буғай. Рәттән өс еңелеү кисерҙе беҙҙең ярат­ҡан командабыҙ. Киләһе уйын Өфөлә «Ад­мирал» (Владивосток) менән тик 16 ноябрҙә генә була. Әй­ҙә хәл йыйһындар, ә йәрәхәт алғандар төҙәлһен, дауаланһын. Юғиһә, мәрәйҙәр юғалта башланыҡ бит.

Ҡаныҡай оҫталары

Күп кенә хеҙмәт дәресе бүлмәләрендә булырға тура килә. Күргәҙмә залын хәтерләтә улар. Уҡытыусының эше шунда сағыла ла инде. Ҡаныҡай мәктәбендә лә ҡул эштәрен күреп һоҡландыҡ. Ҡыҙ­ҙар өсөн хеҙмәт дәрестәрен Флорида Мырҙа ҡыҙы Сабитова үткә­рә икән. Оҫта ҡуллы уҡытыусы уҡыу­сыларын да нимәләр генә эшләргә өйрәтмәгән?! Шкаф башында ултырған төрлө матур-матур хеҙмәт емештәрен ҡарап сыҡ­ҡас, эстә ятҡандарын …

Continue reading ‘Ҡаныҡай оҫталары’ »

Уйынсыҡтар ҙа яһай

Беҙ Дүсән башланғыс мәктәбенә лә инеп сыҡтыҡ. Ҙур ғына белем усағы, ҡасандыр бында урта мәктәп булғаны күренеп тора. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Тәүге уҡыу сиреген матур тамамлап, икенсеһен дә дәртләнеп башлап ебәрҙе кескәйҙәр. Иң тырыш уҡыусылар­ҙың береһе – IV синыфтан Эмиль Халиҡов менән таныштыҡ.