«Уңыш» байрамы

Көҙ – муллыҡ миҙгеле. Беҙҙең мәктәп баҡсаһында ла, һәр йылдағыса, мул ғына уңыш үҫтерелде. Бигерәк тә кишер, кәбеҫтә, помидор, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр уңды. Шуға IX – XI синыфтар араһында йыл һайын ойошторолоп килгән «Уңыш» байрамын гөрләтеп үткәреп ебәрҙек. Иң беренсе беҙ баҡса йәшелсәләренән ашнаҡсы апайҙар әҙерләгән тәмле аштан ауыҙ иттек. Шунан инде мәктәп баҡсаһы мөдире, …

Continue reading ‘«Уңыш» байрамы’ »

Ҡыш һалҡын булмаясаҡ

Күп кенә көҙгө һынамыштар күрһәтеүенсә, быйылғы ҡыш һалҡын булмаясаҡ, тип фаразлай халыҡ синоптигы, Мәләүездәге мәктәп уҡыу­сыһы Наилә Яҡупова. «Көҙөн япраҡтар тиҙ ҡойолоп бөтә икән, ҡыш – ҡаты, оҙаҡ ҡойолмаһа, ул ҡыҫҡа була. Хәҙер беҙ шуны күҙәтәбеҙ: тәүге ҡырау был аҙнала ғына төштө, ағастар­ҙың күбеһе йәшел», – ти ул. Ҡыҙ белдереүенсә, Баш­ҡортостанда һалҡындар тиҙ генә башланмай. …

Continue reading ‘Ҡыш һалҡын булмаясаҡ’ »

Ҡырағай хайуандар асыҡмаясаҡ

Мораҙым тарлауығында хеҙмәткәрҙәр ҡышҡа 25 өҫтәмә туҡландырыу майҙансығы әҙерләгән. Йөҙҙән ашыу мал аҙығы миндеге, 1 тоннанан ашыу тоҙ һәм 1 тонна иген фуражы йыйылған. Мал аҙығы даими һалынып торғас, ҡырағай хай­уандар һәр саҡ туҡ була инде.

«Сәскәләр» һәм «Йәшелсәләр» ярышы

Әҙел мәктәбендә шаулап-гөрләп «Алтын көҙ» байрамы уҙҙы. Ҡыҙҙар, малайҙар йәшелсә-емештәрҙән төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы әйберҙәр эшләп алып килгәйне. Ниндәйҙәре генә юҡ! Ҡабаҡтан яһалған елкән­ле кәмәлә йөҙөүсе матростар ҙа, йәнһүрәт геройҙары ла, һуғандан сусҡа ла, картуфтан терпеләр ҙә, кишерҙән жираф та, баландан һәм алманан төрлө-төрлө композициялар ҙа бар ине.

Йәшенмәк уйнарға ярата

Нәҫер Бер ҡараһаң, ҡояш алһыу ғына булып офоҡта уяна. Ҡулсатырҙы өйҙәге сөйгә элеп тышҡа сығаһың, ә ул – юҡ. Болот артына йәшенә лә һалған. Уйым-уйым булып күктә ағылған болоттар араһынан ҡояшты эҙләп табаһың да бармаҡ янайһың: «Тапҡан­һың шаярыр мәл! Һиңә ышанып ҡулсатырһыҙ сыҡтым!» Шәп-шәп атлап көҙгө эштәрең буйынса үҙ юлыңдан китәһең. Ә ҡояш аяҡ аҫтыңдағы …

Continue reading ‘Йәшенмәк уйнарға ярата’ »

Ижад бәйгеһенең офоҡтары киңәйә

Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға үткәрелгән конкурс республика кимәленә күтәрелде. Алтын көҙҙөң сыуаҡ бер көнөндә Сибай интернат-гимназияһында республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәренән килгән йәш ҡәләм тибрәтеүселәр йыйылды. Ҡасандыр ҡалабыҙҙа, аҙаҡ төбәктә, әле килеп республика кимәлендә Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарылған ижад бәйгеһе – уҡыусыларҙың иң …

Continue reading ‘Ижад бәйгеһенең офоҡтары киңәйә’ »

Сәсәндәр, аҡындар, ашуғтар сыҡты сәхнәгә

Өфөлә икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фес­тивале үтте. Был республикабыҙҙа 2020 йылда уҙыр­ға тейешле Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тә булып тора. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залы фойеһында биҙәүестәрҙән күргәҙмә эшләне. Бәйгегә төрлө төбәктәрҙән – Яҡутстан, Марий Эл, Коми республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, төрлө район-ҡалаларҙан 60-лап һүҙ оҫтаһы килде. Сәсәндәр, аҡындар, …

Continue reading ‘Сәсәндәр, аҡындар, ашуғтар сыҡты сәхнәгә’ »