«Аҙна һайын – отош»

Был матур сәғәт Әбйәлил районының Амангилде мәктәбенә юлланасаҡ. Бишенселәр беҙҙе синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылып ҡыуандырғайны. Хәҙер был бүләк гәзитебеҙ тураһында хәтерләтеп, синыф бүлмәләрендә эленеп торор инде. Дуҫтар, «Йәншишмә»гә яҙылғанһығыҙ икән, һеҙ ҙә уйындан ситтә ҡалмағыҙ.

Күңелле каникул көндәре

Көҙгө каникулды бик көтөп алдым. Ял башланыу менән синыфташтарым, синыф етәксебеҙ Алеся Әсҡәт ҡыҙы Ғәлимова менән бергәләп «Родина» кинотетрына «Смолфут» йәнһүрәтен ҡарарға барҙыҡ. Бик ҡыҙыҡлы ғына икән. Фильм тауҙар араһында йәшәгән йетиҙар һәм смолфуттар тураһында ине. Мауығып, көлә-көлә ҡараныҡ. Йәнһүрәт тамамланғас, KFC-ға барып, үҙебеҙгә оҡшаған ризыҡтар, һуттар менән һыйландыҡ. Барыбыҙға ла оҡшаны. Рамаҙан ИҠБАЕВ, V …

Continue reading ‘Күңелле каникул көндәре’ »

Башҡорт теле көнөнә арнап

Башҡорт теле көнө алдынан интернет селтәрендә бер нисә конкурс башланды. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойоштора. Ярыштар туған телебеҙҙе әүҙемләштереү маҡсатын ҡуя. Нәфис әҙәбиәт өлгөләрен тәржемә итеп ҡарарға теләүселәр ҙә үҙ көсөн һынай ала. Конкурстар менән «Бәйләнештә» селтәрендә «Башҡорт теле көнө» төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Мәктәптәргә – яңы автобустар

Башҡортостан Мәғариф министрлығы аҙ урынлы 129 автобус һатып ала. Улар 104 мәктәпте хеҙмәтләндерәсәк. Кон­курс талаптары буйынса, автомобилдәр 2018 йылдан да иҫке булмаҫҡа, махсус төҫтә, дөйөм хаҡы 208 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Мәктәп транспорты белем усаҡтарына 20 декабргә тиклем ҡайтарыла.

Балалар өсөн медицина бүлмәләре

Өфө мәктәптәренең 63 мең 538 уҡыу­сыһына 62 табип һәм 87 шәфҡәт туташы тура килә. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэрияның халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге начальнигы Рәдиф Сабиров белдерҙе. Әлеге ваҡытта ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә лә медицина учреждениелары менән балаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн лицензиялар рәсмиләштерелгән. Баш ҡаланың ике лицейы (160-сы һәм 161-се) документҡа ҡул ҡуйыу стадияһында.

Хәбировтар – мәктәп даны

Был көндәрҙә Туймазы ҡалаһындағы 7-се мәктәптең ҙур педагогик коллективы сикһеҙ шатлыҡ кисерә торғандыр. Ни тиһәң дә, Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына уларҙың бер түгел, ике уҡыусыһы – бер туған Эмиль һәм Реналь Хәбировтар лайыҡ булған бит!

Тәтәй күпер

«Тәтәй күпер» риүәйәтен 1910 йылғы Мәүлетдин Сәхәбиев олатайҙан Ләлә Абзалова 1997 йылда яҙып алған: «Пугачёв еңелгәс, Екатерина II бөтә көсөн Башҡортостан ерендәге Салауат яуын баҫтырыуға йүнәлтә. Ауылыбыҙҙың үткеһеҙ ҡуйы урмандарын киҫеп, тәрән йылға аша ғәскәр ҡаршылыҡһыҙ сыға алһын өсөн күпер һалырға кәрәк була. Уны бик тиҙ өлгөртәләр. Ҙур таштарҙан тигеҙ итеп һалынған, фонарҙар менән яҡтыртылған …

Continue reading ‘Тәтәй күпер’ »

Основиндың тәүге голы

«Салауат Юлаев»ҡа үҙ боҙонда ике көн рәттән ике уйын үткәрергә тура килде. Бер ҙә еңелдән булманы, сөнки бынан ал­да ғына көслөләрҙән-көслө СКА (Санкт-Петербург) хәлдәрен алғайны бит. Шулай ҙа беҙҙең хоккейсылар һынатманы. Йәнә өс мәрәй яуланды. Үҙ дивизионында икенсе урынға күтәрелделәр.

2018/19 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары

1. Самира ӘЛИУЛЛИНА, Өфөләге балалар сәнғәт мәктәбе, V синыф. 2. Динислам ӘХМӘЕВ, Ауыр­ғазы районы, Талбазы лицейы, XI синыф. 3. Тамерлан ӘХМӘРОВ, Өфөләге 35-се белем биреү үҙәге, VII синыф.

Иҫәновтар шәжәрәһен дауам итер ейәндәр

– Ҡартатай, һин миңә бер баҡа табып бир инде, йыланға ашатырға кәрәк, – тип әйтеүенә беҙ аптырап ҡарағас, малайҙың атаһы Рөстәм Риф улы аңлатып бирҙе: – Әле беҙҙең өйҙә, ысынлап та, бер йылан йәшәй. Ансар тотоп алып ҡайтып, уны террариумға ебәрҙе. Йәй буйына махсус урында әллә нисә кеҫәрткене аҫраны.