Мәңге йәшә, Торатау!

Торатауым… Тәбиғәтемдең матур ҡомартҡыһы. Минең бала сағым, йәшлегем эҙҙәрен һаҡлай бит ул. Мәктәп йылдарында синыф менән күпме күтәрелдек унда! Шулай итеп, беҙ текә тауға менеп, ауырлыҡтарҙы еңергә, түҙемле булырға өйрәндек. Бына тағы үрҙәр яуларға, тыуған тәбиғәттең матурлығын күрһәтергә теләп, мин үҙем уҡытҡан VI «Е» синыфы менән Торатауға юл тоттом. Балалар был сәйәхәткә күптән әҙер ине. …

Continue reading ‘Мәңге йәшә, Торатау!’ »

Тыуған көн бүләге

Һеҙҙең ял йортонда булғанығыҙ бармы? Ә минең бар! Эй, шәп икән унда! Егерме көн Шишмә районы Әлкә ауылындағы «Толпар» балалар шифаханаһында рәхәтләндем генә. Ә юлламаны ун йәшемә атайым менән әсәйем һәм балалар табибы булып эшләүсе Фирүзә апайым бүләк итте.

Тимер олатай, тимер өләсәй

Олатайым Мортаза Ғәлләм улы Аллабир­ҙин 1924 йылдың 23 февралендә Тимер ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъя­ға килгән. Ул – минең әсәйемдең атаһы. Үҙе тере саҡта беҙ йыш ҡына олатайымдарға ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Үҙҙәрен «тимер олатай», «тимер өләсәй» тип йөрөттөк. Уларҙа шул хәтлем рәхәт ине. Олатайым беҙҙе яратып, һәр саҡ арҡабыҙҙан тупылдатып һөйөүе һаман хәтеремдә. Тәүҙә …

Continue reading ‘Тимер олатай, тимер өләсәй’ »

Икенсе тур

Өсөнсө мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крd3, Фһ5, Сf8, Кс7 (4 фигура), ҡаралар – Крf6, пg7 (2 фигура). Миниатюраны авторы – В. Романовский (Латвия). Аҡтар тәүге йөрөштәрендә ҡара королгә ике буш шаҡмаҡ ҡалдыра. Сиселештең дүрт вариантын да күр­һәтергә кәрәк.

Үҙҙәрен ныҡ ҡыуандырҙыҡ

Уҡытыусы! Ниндәй изге һөнәр ул! Бе­лем биреүсе генә түгел, бер үк ваҡытта юрист та, психолог та, кәңәшсе лә, хатта икенсе әсәй ҙә бит. Мөмкин булһа, мин донъялағы һәр педагогҡа һәйкәл ҡуйыр инем. Уларҙың һөнәри байрамында күп мәктәптә үҙидаралыҡ көнө үткәрелә. Уҡытыусы апайҙар мәктәп формаһы кейеп, аҡ таҫмалар тағып, ағайҙар ҡулдары­на портфель тотоп килә. Улар ҡабаттан …

Continue reading ‘Үҙҙәрен ныҡ ҡыуандырҙыҡ’ »

Һай, үҙебеҙҙең Карина!

Талбазы ауылы мәҙәниәт һарайы гөр килеп тор­ҙо. Сәхнә түрендә береһенән-береһе һәләтле I синыф ҡыҙҙары көс һынашты. Район үҙәгендә йыл да ошо күркәм байрамды үткәреү йолаға әүерелеп бара.

СКА-ны ла еңдек беҙ

«Аҡ Барс», «Авангард», СКА… Юлаевсыларға тағы ла береһенән-береһе көслө командалар менән уйнарға тура килде. Ни эшләйһең, календарь шулай төҙөлгән. Өс мәрәй яуланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡазанда 1:3 иҫәбенә отолоп ҡуй­ҙылар. Беҙҙекеләрҙән бер­ҙән-бер голды Антон Бурдасов индерҙе. Ә бына Өфөлә «Авангард» (Омск), СКА (Санкт-Петербург) менән алышта кем еңере уйын аҙағына тиклем асыҡланманы. «Салауат Юлаев» күберәк һаҡланыу яғын …

Continue reading ‘СКА-ны ла еңдек беҙ’ »

Апай ҙа бит ул

Яңы уҡыу йылының тәүге сиреге тамамланды ла. Уҡыусылар ун көнгә яҡын рәхәтләнеп ял итәсәк. Ә беренсе синыфта уҡыған Дилиә Шакированың тәүге каникулы. Шуғамы икән, ҡыҙ уны көтөп алды. Мәктәптә белем алыу ҙа оҡшай уға. Уҡытыусылары Ирина Юрьевна Матвиенко күп нәмәгә өйрәтә. Синыфтарында 26 бала. Үҙ-ара татыуҙар. Дилиәнең дуҫтары ла күбәйгән. Дәрестән һуң бергәләп уйнайҙар. Ул …

Continue reading ‘Апай ҙа бит ул’ »

Көҙгө биҙәктәр

Көҙ ныҡлап үҙенең урынын биләргә йыйына. Ҡояш та һаран ғына нурҙарын һибә. Иртән һәм кистәрен өшөттөрә. Ағастар күптән төрлө төҫкә инде: һары, ҡыҙыл, һоро… Ошо ваҡытта урманда йөрөргә яратам. Ергә ҡоро япраҡтарҙан балаҫ түшәлгән. Шыптыр-шыптыр килеп атлайһың.

Йәнһүрәт тә ҡаранылар

Яңыраҡ 276-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡыр­ҙыҡ. Кескәй дуҫтарыбыҙҙы яратҡан яҙыусылары, рәссам Евгений Чарушиндың ижады менән таныштыр­ҙыҡ. Уларға бигерәк тә уның хайуандар, ҡоштар, һыбайлы индеецтар төшөрөлгән һүрәттәре оҡшаны.