Аҙна һайын – отош

Уйынды башлап ҡына торғанда, квитанцияһын тотоп, Белорет һынлы Белореттан даими уҡыусыбыҙ Нурулла ағай Миһранов килеп инде. Ҡатнашып, шунда уҡ бүләген дә эләктерҙе. Гәзиткә бер йылға яҙылып та ҡуй­ған икән! Һай, бигерәк өлгөр үҙебеҙҙең ағайыбыҙ! Был юлы ул гәзитебеҙҙе баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында VI синыфта белем алған ейәнсәре Раушания Миһрановаға яҙҙырған. Беренселә …

Continue reading ‘Аҙна һайын – отош’ »

Гәзитһеҙ йәшәп булмай

Был уҡыу йылы бик күңелле башланып китте. Беҙ башланғыс синыф уҡыусыларынан урта звеноға күстек. Яңы дуҫтар, уҡытыусылар, яңы мөхит! Шулай ҙа тиҙ арала дуҫлашып, бер-беребеҙгә өйрәнеп киттек. Синыф етәксебеҙ Зарема Замир ҡыҙына рәхмәт инде. Ул беҙҙе бар яҡлап дәртләндереүсе лә, ҡурсалаусы ла булып тора. Һәр көнөбөҙҙө матур үткәрергә, телем, халҡым, тип янып йәшәргә өйрәтә.

Тыуған Башҡортостанына ҡайтты

11 октябрь, Республика көнөндә, Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте. Хуш­лашыу телмәрендә үҙенең китеүен, ул һәр яҡлап тикшерелгән шәхси ҡарар, тип аңлатты һәм 2019 йылда үтәсәк Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығын һай­лауҙа үҙ кандидатураһын күрһәтмәйәсә­ген әйтте. «Өлкән йәштәге төбәк етәксе­ләре үҙ ваҡытында һәм лайыҡлы рәүештә китергә тейеш», – тип белдерҙе ул.

Беренсе лицей – һәр саҡ беренсе!

«Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы буйынса баш ҡалабыҙҙа тағы бер шәп белем усағы төҙөкләндерелгәндән һуң тантаналы рәүештә асылды.

«Беҙ, беҙ, беҙ инек, утыҙ ике ҡыҙ инек…»

Йәмәйәт тауының исеме «йәмәғәт» һүҙенән килеп сыҡҡан. Ошо ерҙәргә башҡорттар күсеп килеп ултырғас, тауҙың ҙур асыҡ яланында йәмәғәт йыйыны уҙа. Халыҡ кемгә ҡайһы ерҙе бүлеп биреү хаҡында һөйләшә.

Бөтә Рәсәй конгресы – Өфөлә

Баш ҡалабыҙҙа Бөтә Рәсәй урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының алтынсы конгресы үтте. Беҙҙең республика осраҡлы һайлап алынмаған. Төбәгебеҙҙә этномәҙәни төрлөлөк һәм халыҡтар дуҫлығы сәйәсәте яҡшы алып барыла. Өфөгә Рәсәйҙән, сит илдәрҙән урыҫ теле яҙмышына битараф булмаған 400 самаһы делегат килде. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәр­ҙәнов ил башлығы Владимир Путиндың сәләмләү хатын уҡып, республикабыҙҙа 6 туған тел …

Continue reading ‘Бөтә Рәсәй конгресы – Өфөлә’ »

Балаларҙы йөрөтөүҙә – яңы ҡағиҙәләр

Киләһе йылдан балаларҙы юлда йөрөтөү буйынса яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә. Ошоға бәйле Башҡорт­остандағы 100-ҙән ашыу мәктәп автобусы нормативтарға яуап биреүҙән туҡтай. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында республика властары мәктәп автотранспорты һатып алыу өсөн 240 миллион һум аҡса бүлә. Улар махсус ултырғыстар һәм хә­үефһеҙлек ҡайыштары менән йы­һазландырылған буласаҡ. Автобус түбәһенә маяҡ урынлаштырыла.

Туған телдәр уҡытыусылары берләшә

Күптән түгел башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы барлыҡҡа килде. Ул күп милләтле республика халыҡтарының дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итеүсе, уҡытыу­сыларға һөнәри аралашыу һәм милли белем биреү өлкәһендә алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн бер майҙансыҡ та буласаҡ. Етәксеһе итеп Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫте­реү институты доценты, филоло­гия фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров һайлап ҡуйылды. Ойошма алты методик берләшмәне үҙ …

Continue reading ‘Туған телдәр уҡытыусылары берләшә’ »

Балалар баҡсалары арта

Башҡортостанда 2018 – 2019 йылдарҙа 17 яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөләсәк. Был маҡсатҡа 1 миллиард 300 миллион һум бүленгән. Балалар баҡсалары Өфө, Бәләбәй, Күмертау ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Өфө райондарында һалынасаҡ. Бынан тыш, белем биреү учреждениеларын йүнәтеү өсөн йыл һайын өҫтәмә рәүештә 1 миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул …

Continue reading ‘Балалар баҡсалары арта’ »

Яҙмыштары ла бер иш уларҙың

Тәбиғәттә лә һәр миҙгел үҙенсә матур булған кеүек, өлкәнәйеү ҙә көҙ һымаҡ үҙенә хас матурлыҡҡа эйә. Мин үҙемдең ҡәҙерле кешеләрем – олатайым Әзһәр Хәсән улына һәм өләсәйем Әсмәбикә Мәғәнәүи ҡыҙына ҡарайым да шундай уйға киләм.