Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте

Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте, тип хәтергә төшөрҙөләр Өфө хакимиәтендә. 1 октябрҙән 30 апрелгә тиклем 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр ата-әсәһенән йәки опекунынан башҡа төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш.

Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында тәртип урынлаштырыуҙы талап итте

Бөгөн, 15 октябрҙә, Башҡортостан хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эшен ҡаты тәнҡитләне.

Яңы команда булырмы?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенә команда төҙөү принциптары хаҡында хәбәр итте. Был хаҡта Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләрендә яҙҙы.