Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Дуҫтар, 4 октябрҙән 14-нә тиклем 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө барасаҡ. Форсаттан файҙаланып, осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға тырышығыҙ. «Аҙна һайын – отош» акцияһын быйыл да дауам итәсәкбеҙ, шуның өсөн квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ. Бүләктәр күптән әҙер. Ун көнлөк барышында «Йәншишмә» гәзитенә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 461 һум 46 тин. …

Continue reading ‘Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!’ »

Батыр рухы алға әйҙәй

Башҡорт халҡының тарихында күренекле урындарҙы алып торған данлы шәхестәр бихисап. Ҡараһаҡал, Алдар, Күсем батырҙар, Салауат, Юлай, Кинйә, Ҡаһым түрә кеүек халҡы күңелендә мәңгегә ҡалған ҡыйыу ир-егеттәр, ысынлап та, булған, йәшәгән, көрәшкән. Үҙҙәре һәләк булһалар ҙа, исемдәрен үлемһеҙ иткәндәр.

Спортһыҙ – донъя йәмһеҙ!

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе коллективы тормошондағы бер яңылыҡ хаҡында быйыл йәй башында ғына ишетеп ҡалғайным. Баҡтиһәң, иң ҙур башҡорт ауылындағы уҡыу йорто бынан өс йыл элек «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» тигән федераль программаға эләккән икән. Шул тәжрибә нигеҙендә бында 2016 йылда спорт синыфы асылған.

Баҙансат ауылы

Тыуған яҡ һәр кешегә ҡәҙерле һәм яҡын. Әммә уны яратыу ғына етмәй, тарихын да белергә кәрәк. Төйәгебеҙҙәге урман-тау­ҙарҙың, йылға-күлдәрҙең исемдәре ниндәй серле! Уларҙы өйрәнеү һәм киләһе быуынға еткереү мөһим. Шуның өсөн дә Баҙансат ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары исемлеген туплау, легендаларын өйрәнеү һәм төркөмләү эшенә тотондом. Ауылдағы олатайҙар, инәйҙәр менән осрашып, уларҙан әллә күпме мәғлүмәт алдым. …

Continue reading ‘Баҙансат ауылы’ »

Һоҡландыра эштәре

Илкәнәй мәктәбендә ҡуйылған күргәҙмәлә эштәрҙең ниндәйе генә юҡ ине! Һәр береһенә күпме күңел йылылығы, күҙ нурҙары һалын­ған. Оҫта ҡуллы балаларҙың үҙҙәре менән дә танышмайынса булдыра алманыҡ. Алтынсыла уҡыған Ләйсән Мәхмүтова, мәҫәлән, икенсе синыфтан сигеү сигә башлаған. Буш ваҡыты булдымы, яратҡан шөғөлөнә тотона. Әсәһе канваның ниндәй генә һүрәтлеһен алып бирмәй?! Мәрйен, төҫлө мулине менән сигә торғандары …

Continue reading ‘Һоҡландыра эштәре’ »

Тәмле лә, файҙалы ла

Һүҙебеҙ ҡаҡ тураһында. Баш­ҡорт­тар уны алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һәм баш­ҡа төрлө емеш­тәр­ҙән ҡоя. Әйҙәгеҙ, был тәмле­кәсте алманан үҙе­беҙ әҙерләп ҡарайыҡ. Теләһәгеҙ, банан ҡушырға ла мөмкин. Ә улар магазиндарҙа йыл әйләнәһенә һатыла. 1 килограмм алмаға шунса банан кәрәк буласаҡ.

Оҫталыҡҡа ни етә?!

Технология дәресендә был ҡыҙҙар нимәләр генә эшләргә өйрәнмәй?! Тегәләр, бәйләйҙәр, сигәләр, сәйләндән төрлө биҙәүес әйберҙәре үрәләр. Межгорье ҡалаһындағы 1-се мәктәптә технология уҡытыусыһы Светлана Борисовна Анпилованың уҡыусыла­ры бына шулай ысын хужабикәләр булып үҫә. Бүлмәләре лә заманса йыһазландырылған. Оҫталыҡҡа өйрәнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Килеп ингәс тә ҡыҙҙар­ҙың ижад өлгөләрен күреп, хайран ҡалаһың. Улар күҙҙең яуын алып …

Continue reading ‘Оҫталыҡҡа ни етә?!’ »