Алтын ҡуллы ҡыҙҙар

Урамда матур-матур уйынсыҡ брелоктар һатып ултырған ҡыҙҙарҙың эргәһенән туҡтамайынса үтә алманыҡ. Эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ та ул! Ҡыҙым да, әсәй, ошо тейенде, юҡ, сус­ҡа балаһын алайыҡ, тип һайлай башлағас, үҫмерҙәр менән танышырға теләк уянды. Баш ҡалабыҙҙың 94-се лицейында уҡыусы Эвелина Моратшина менән Аделина Баһауетдинова булып сыҡты улар.

Һүрәттәрен күргәҙмәгә ҡуялар

Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән Мәүлиҙә Йомағужина бала саҡтан пластилиндан төрлө һындар әүәләргә ярата. Бигерәк тә яңы барлыҡҡа килгән йылмайлыҡтарҙы (смайликтар) күп эшләй. Ата-әсәһе эштә саҡта күрше Хәсибә инәй килеп һеңлеһе менән икәүһенә әкиәттәр һөйләй. Зирәк ҡыҙ тыңлап та бөтә, шунда уҡ әкиәт геройҙарын пластилиндан һынландырырға ла тотона. Аҙаҡ был шөғөл яйлап һүрәт төшөрөүгә күсә. Ҡыҙҙар …

Continue reading ‘Һүрәттәрен күргәҙмәгә ҡуялар’ »

Һаман да һағынам

– Һаумыһығыҙ, балалар! – тип сәләмләп дәрескә ингән баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Райхана Нуфат ҡыҙы Хәмитова һағындыра. Сит­тә йөрөгәндә, төрлө милләт кешелә­ре араһында йәшәгәндә бигерәк тан­һыҡ ошо һүҙҙәре. Башҡорт булыуым менән дә, үҙебеҙҙең телде яҡшы белеүем менән дә бәхетлемен. Әле бы­на Стәрлетамаҡ колледжында уҡып, баш­ҡорт теле буйынса өйгә эштәрҙе үтәгәндә курсташтарым йүгерешеп килеп: – …

Continue reading ‘Һаман да һағынам’ »

Дәрестәрен көтөп алам

Әлкә мәктәбен­дә белем алам. Ун­да мине серле донъяға әйҙәүсе, хыялдарыма ҡанат ҡу­йыу­сы хөрмәтле ос­таздарым көтә. Бигерәк тә химия-биология фәндәренә ылыҡтырыусы Рәлизә Рафиҡ ҡы­ҙы Нафиҡованың дәрестәрен көтөп алам.

Көтөлмәгән еңелеүҙәр

«Салауат Юлаев»ҡа Подольскиҙа әллә ни булды. Бер ҙә уйындары барманы, гол индерә алмай яфаландылар. Хатта Линус Умарк та, Антон Бурдасов та мәргәнлек күрһәтмәне. «Витязь» хоккейсылары әллә күп­ме тапҡыр штраф ваҡыты ал­ды, аҙсылыҡта ҡалды. Шунан да файҙаланманы юлаев­сы­лар.

Иң ҙур байлыҡтары – балалары

Икеһе лә – республикабыҙҙа танылған сәнғәт кешеләре. Һеҙ табынған йондоҙҙар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп һәләтле йәш йырсыларға ҙур сәхнәгә юл асҡан «Гәлсәр һандуғас» проекты етәксеһе Земфира Байбулдина менән моңло йырҙар авторы, йырсы Рәдиф Зариповтың матур ғаиләһе тураһында әйтәм. Земфира республика кимәлендәге сараларҙы алып барыусы, телевидениела эшләгәндә матур тапшырыуҙар авторы булды, хәҙер үҙҙәренең «Гәлсәр һандуғас» тип …

Continue reading ‘Иң ҙур байлыҡтары – балалары’ »

Арыҫлан иң-иңе булды

Гимназиябыҙҙа шиғыр һөйләүселәр­ҙең «Илһам» смотр-конкурсы булып уҙҙы. Был сара ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде. Сәхнәнән гүзәл Тыу­ған илебеҙ, хозур тәбиғәтебеҙ, татыу ғаилә, уҡытыусыларға бағышланған бик күп шиғырҙар яңғыраны. Бөйөк шағир­ҙарыбыҙҙың йөрәккә үтеп инерлек ижад емештәрен уҡыусылар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп ишеттерҙе.

Музейҙары бай икән!

Яңыраҡ синыфыбыҙ менән Темәс ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып ҡайттыҡ. Был экскурсияға беҙ «Көҙгө бал» байрамында I урын ал­ған өсөн барҙыҡ. Бының өсөн ауыл хакимиәтенә ҙур рәхмәт. «Ғаилә йылына ҡарата иң үҙенсәлекле сәскә композицияһы» номина­ция­һында һәм йыр­ға-бейеүгә иң маһир синыф булараҡ, концерт номерын да иң ҡы­ҙыҡлы итеп әҙерләгән өсөн еңеүсе булғайныҡ.