Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына!

Ваҡытыбыҙҙың күп өлөшөн мәктәптә үткәрәбеҙ. Беҙ унда белем генә алып ҡалмайбыҙ, киләсәк тормош хаҡында уйланабыҙ, үҙ урыныбыҙҙы табырға, яҡшыны ямандан айыра белергә өйрәнәбеҙ. Уҡытыусы беҙҙең кескәй генә йөрәгебеҙгә асҡыс табып, яҡшы белем, матур тәрбиә бирергә тырыша, хыялдарыбыҙға ҡанат ҡуйырға ярҙам итә.

Ил ағаһы

Ҡобайыр Билдәле педагог-мәғрифәтсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужинға арнайым. Исҡужиндың аҡ исемен Онотмайыҡ, данлайыҡ. «Башҡортса уҡығыҙ!» – тигән Васыятын аҡлайыҡ. Һа-ай! Ил ағаһы Мөхәмәт! Ихтирам һиңә, хөрмәт!

Салауат Юлаев менән осрашҡандай булдым

Баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында ҙур ваҡиға – «Салауат юлдарынан» фильмының премьераһы булып үтте. Фойела алма төшөрлөк тә урын юҡ ине: халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, интеллигенция вәкилдәре, милли батырыбыҙ тураһындағы яңы фильмдың экранға сыҡҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алған милләттәштәребеҙ эркелеп килгәйне.

Ҡандракүлдә йәшәйем

Башҡортостанымдың иң матур ерендә йәшәйем: бер яҡта – күл, икенсе яҡта – урман. Иҫ китмәле хозур тәбиғәт, һоҡланмаған кеше юҡтыр! Ауылыбыҙҙың тарихсыһы, ихтирамлы кешеһе Фәсим ағай Ғәшимов тыуған яғыбыҙға арнап шиғыр ҙа яҙған. Мин ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына башланым. Һеҙгә лә бер нисә эшемде тәҡдим итәм.

Ниндәй һөнәр оҡшай?

Мәктәптәрҙә белем тауҙарына әйҙәп ҡыңғырауҙар күптән яңғыраны. Ә сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң мөһим осор башлана – төрлө фәндәрҙән имтихандар бирергә әҙерләнеү, һөнәр һайлау һәм киләсәккә хыялдар ҡороу.

Зинһар, бүтән юғалма!

Йома кис Стәрлетамаҡтан уҡыуҙан ҡайтып барышлай Гагарин урамында урынлаш­ҡан «Светлана» магазинына инеп сығырға булдым. Шул саҡ ишек төбөндә ултырған ҡарараҡ бесәй күҙемә салынды. «Китекат» һатып алып, ас мыяуҡайҙы ашат­ҡас, уны ентекләп ҡарарға тотондом: йөнө таҙа, йом­шаҡ, ялтыр, тәнендә бер ниндәй ҙә сабыртмалар юҡ. Һа­тыусылар әйтеүен­сә, бе­сәй магазин тирәһендә бер-ике аҙна йөрөй икән, тәү­ҙә уның ҡара …

Continue reading ‘Зинһар, бүтән юғалма!’ »

Буласаҡ инженерҙар әҙерләй ул

Сығышы менән Хәйбулла районы Сиҙәм ҡасабаһынан булған Айнур Ғүмәров республика инженер интернат-лицейында эшләй. Ул уҡыусыларҙың күңел донъяһын яҡшы аңлап, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Йәш, яңы уй-фекерҙәргә бай булған уҡытыусы, әйткәндәй, химия фәндәре кандидаты, үҙе лә ошо белем усағын тамамлаған. Уҡытыусылар көнө уңайынан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Мин – уҡытыусылар нәҫеленән!

Уҡытыусы! Халыҡ элек-электән был һөнәр эйәһенә оло хөрмәт менән ҡараған. Улар иңдәренә төшкән бурысты күңел һалып, намыҫ менән башҡара. Мин быны ышаныс менән әйтә һәм дәлилләй алам, сөнки үҙем педагогтар ғаиләһендә тәрбиәләнәм. Олатайым, уның әсәһе, ул үҙе, әсәйем – һәр береһе һөнәрен яратҡан, уға яуаплы ҡара­ған ябай ауыл уҡытыусылары. Өсөһөнөң эш стажын ҡушһаң – 85 …

Continue reading ‘Мин – уҡытыусылар нәҫеленән!’ »

Тырышҡан – мораҙына ирешкән

Быйылғы Ирекмәндәр йылында байтаҡ изге эштәр башҡарып өлгөрҙөк. Ветерандарыбыҙға яр­ҙам иттек, «Сайран» ял итеү базаһы тирәләй таҙартыу эштәре алып барҙыҡ, Сибай «Ышаныс» балалар приютына кейем-һалым, уйынсыҡтар йыйып тапшырҙыҡ. Урамдар­ҙа ҡарауһыҙ ҡалған бесәйҙәрҙе лә ашаттыҡ. Был изге ниәтебеҙҙе тәрбиәсебеҙ Нурия Нуриман ҡыҙы менән уның ярҙамсыһы Альбина Бикташевалар ойош­торҙо.