Динозаврҙарҙы биш бармағындай белә

Нефтекама ҡалаһынан Артём Ғүмәровҡа Максим Галкиндың беренсе каналдағы «Лучше всех» программа­һында ҡатнашыу бәхете тей­ҙе. Дүртенсе синыфта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, зирәк малай динозаврҙар тура­һында күпте белеүен күрһәтте.

Минең ғаиләм

Мөхәмәтсафа олатайым 43 йыл фермала мал ҡараусы булып эшләгән. Хәҙер ул хаҡлы ялда инде. Мәүлиха өләсәйем 1975 йылда мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын Шаҡшалағы кирбес заводында башлай. Һуңынан олатайым менән өйләнешкәс, ауылға ҡайтып фермала һауынсы була. Ул 28 йыл колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әле мал аҫрап, баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй. Шулай уҡ апайым менән мине …

Continue reading ‘Минең ғаиләм’ »

Кескәй генә, тимәгеҙ…

Мәликә КИМАЛОВА баш ҡалабыҙҙағы 325-се балалар баҡсаһына йөрөй. Үҙенә 5 кенә йәш әле. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, рәсемдәре бигерәк матур килеп сыға. Айырыуса тәбиғәт, хай­уандарҙы төшөрөргә ярата. Бер нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Нияз СӘЛИМОВҡа – 60 йәш

Ғалим, яҙыусы һәм журналист, дәүләт эшмәкәре Нияз Сәлимов 1958 йылдың 27 сентябрендә Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инс­ти­тутының филология факультетын тамамлаған. «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә, Ғафури районының «Йондоҙ», «Табын» баҫмаларында баш мөхәррир булып эшләй.Әлеге көндә ул – Баш­ҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары. Балалар өсөн яҙған китаптары: «Ҡурсаҡ булғы килмәне» (1992), «Атайым йомаҡтары» …

Continue reading ‘Шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Нияз СӘЛИМОВҡа – 60 йәш’ »

Тоғро юлдаш

Киләһе йылда ниндәй иҫтәлекле ваҡиғалар көтөлә? Һәр ай, һәр көн ниндәй даталарға бай буласаҡ? Ошо хаҡта алдан белгегеҙ киләме? Улайһа, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазинына йүгерегеҙ. 2019 йылға «Мәктәп календары» һеҙҙең өсөн сығарылған.

Бүләк алып ҡыуандылар

Район балалар китапханаһында «Йәй һәм китап» конкурсына йом­ғаҡ яһалып, бик матур байрам үтте. Унда бөтә ауылдарҙан да бәйге­лә әүҙем ҡатнаш­ҡан балалар йыйылды. Китапханасы Ләй­лә Ишкинина ҡунаҡтар­ҙы сәләмләп, һәр береһе менән таныштырып үткәс, күңелле квест башланды. Балалар уйында бик дәртләнеп ҡатнашты, ҡатмарлы этаптарҙы сәмләнеп уҙҙы. Уҡыған әҙәби әҫәр­ҙәр­ҙе, яратҡан геройҙарын иҫкә төшөрҙөләр.

«Йәншишмә»һеҙ – донъя йәмһеҙ!

Һуңғы ваҡытта гәзит, журналдарға яҙылыу йылдан-йыл һүлпәнәйә барған кеүек. Быға баҫмаларҙың хаҡтары юғары, һәр өйҙә тиерлек интернет булыуы ла сәбәпселер инде. Ә уйлап ҡараһаң, бынан бер нисә йыл элек кенә гәзиттәр төп мәғлүмәт сығанағы булып тора ине. Уҡыусыларыбыҙҙан йыш ҡына: «Почта килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, гәзит битендә баҫылған һәр мәҡәләне ҡалдырмай уҡып сығабыҙ», – тигән …

Continue reading ‘«Йәншишмә»һеҙ – донъя йәмһеҙ!’ »

Бүләккә – спорт майҙансығы

Баш ҡаланың Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында күп функциялы спорт майҙансығы асылды. Уның төҙөлөүен ике йыл тирәһе көткәйнеләр, ниһайәт, изге хыялдарын тормошҡа ашырырға «Аныҡ эштәр» проекты ярҙам итте.

Иң-иңдәр ҡайҙан?

Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағында­ғы 153-сө лицей сығарылыш синыф уҡыусыларының көнәркәшлек һәләтлеге буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә индерелгән. 100 белем усағы араһында ул утыҙынсы урынды яулаған. Тикшереүҙе Raex агентлығы үткәреп, барлығы 15 мең мәктәптән 125 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы мәғлүмәттәренә таянып, һығымта яһаған.