«Йәншишмә»һеҙ – донъя йәмһеҙ!

Һуңғы ваҡытта гәзит, журналдарға яҙылыу йылдан-йыл һүлпәнәйә барған кеүек. Быға баҫмаларҙың хаҡтары юғары, һәр өйҙә тиерлек интернет булыуы ла сәбәпселер инде. Ә уйлап ҡараһаң, бынан бер нисә йыл элек кенә гәзиттәр төп мәғлүмәт сығанағы булып тора ине. Уҡыусыларыбыҙҙан йыш ҡына: «Почта килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, гәзит битендә баҫылған һәр мәҡәләне ҡалдырмай уҡып сығабыҙ», – тигән …

Continue reading ‘«Йәншишмә»һеҙ – донъя йәмһеҙ!’ »

Бүләккә – спорт майҙансығы

Баш ҡаланың Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында күп функциялы спорт майҙансығы асылды. Уның төҙөлөүен ике йыл тирәһе көткәйнеләр, ниһайәт, изге хыялдарын тормошҡа ашырырға «Аныҡ эштәр» проекты ярҙам итте.

Иң-иңдәр ҡайҙан?

Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағында­ғы 153-сө лицей сығарылыш синыф уҡыусыларының көнәркәшлек һәләтлеге буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә индерелгән. 100 белем усағы араһында ул утыҙынсы урынды яулаған. Тикшереүҙе Raex агентлығы үткәреп, барлығы 15 мең мәктәптән 125 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы мәғлүмәттәренә таянып, һығымта яһаған.

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Быйыл да «Сәләмәтлек көнө» тип исемләнгән спорт байрамын һағынып көтөп алдыҡ. Шулай булмай, ошо көндө малай, ҡыҙҙар ярышып, көс һынашып ҡына ҡалмай, ә яҡындан үҙ-ара аралаша, дуҫлаша. Яңы уҡырға килгән VI һәм X синыф уҡыусылары өсөн дә әһәмиәтле – улар берҙәмлектең ни икәнлегенә төшөнә. Йыл да ойошторолоп, матур йолаға әйләнгән сара был юлы туристик слёт …

Continue reading ‘Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!’ »

Fәҙелша шарлауығында

Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе һәр ваҡыт экскурсияларға, походтарға алып йөрөргә тырыша. Синыф етәксебеҙ Илүзә Хатип ҡыҙы менән дә күп кенә урындарҙа булдыҡ. Бөрсөнсө һәм Талҡаҫ күлдәренә, өлтөк ҡарағастарға, Асҡар­ҙағы бассейнға, Белорет районында урынлашҡан «Абҙаҡ» спорт-һауыҡтырыу комплексындағы аквапаркка сәйәхәт ҡылдыҡ.

Матайға ултырҙым, машина йөрөттөм

Каникулда рәхәтләнеп велосипедта йөрөнөм. Малай кешенең шул инде, «тимер ат»ҡа атланһаң, донъяңды онотаһың. Дуҫтарым Даниэль, Тимур, Айнур, Айҙар менән ярыштар ойошторҙоҡ. Мин гел беренсе булдым. Хатта бер заман велосипедымдың тәгәрмәсе шартланы. Уны күтәреп алып ҡайтырға тура килде. Ярай әле дуҫтарым ярҙам итеште, юғиһә, велосипед ауыр ғына икән.

Герой-әсә лә ул!

Һәр кем өсөн өләсәй иң яҡыны һәм иң ҡәҙерлеһелер ул. Был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләгән, тормош юлында һәр ваҡыт ярҙамсы булған, кәңәш һәм өгөт-нәсихәттәр биргән кеше күҙ алдына килеп баҫа. Уның менән аралашыу күңелгә шул тиклем рәхәтлек һәм еңеллек бирә. Мин дә өләсәйем һөйләгәндәрҙе тыңларға яратам. Уның һәр һүҙе кескәй …

Continue reading ‘Герой-әсә лә ул!’ »

Бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын

Алыҫлаша бара һуғыш беҙҙән – Тиҫтә йылдар ята арала. Алыҫлаша. Тик уңалыу белмәй Ҡанһыраған хәтер-яралар. Әмир МОРАТОВ. Ваҡыт һиҙҙермәй генә уҙа ла китә икән. Инде бына нисәнсе Еңеү яҙын ҡаршыланыҡ. Оҙаҡ ваҡыт үтһә лә, һу­ғыш тураһындағы ауыр хәтирәләр күңелдә һаҡлана. Бөгөн рәхәт тормошта йәшәүебеҙгә олатай-өләсәй­ҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ.

Ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәнеләр

Әсәһе: «Сәңгелдәктә саҡта ҡолаҡтарығыҙҙы тешләткән ҡыҙың ғаиләһе менән ауылға күсеп ҡайтҡан, барып күр», – тигәс, ул ат һуғарырға йөрө­гән еренән һыбай китә. Был ва­ҡытта 4 – 5 йәштәрҙәге ҡыҙсыҡ көйән­тә менән һыуҙан ҡайтып килгән була. Күнәктәре улай-былай сайҡалыуҙан һыуының яртыһы түгелеп бөткән.