Спортҡа иғтибар арта

Республикабыҙҙа спорт үҫешенә 87 миллион һум аҡса бүленә. Ошо турала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итәләр. Өҫтәмә финанслау физкультура менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырырға, ярыштарҙа һөҙөмтәләрҙе яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Бөгөнгә республикала 84 федерация үҙ ҡарамағындағы спорт төр­ҙәрен үҫтереү буйынса программа әҙерләгән. Министрлыҡ 42 документты хуплаған да инде. Киләсәктә лә төп спорт төрҙәрен үҫтереүгә ҡаҙнанан аҡса …

Continue reading ‘Спортҡа иғтибар арта’ »

Төҙөлөштө онлайн режимда күҙәтеп була

Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында 340 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә. Бөтә материалдар ҙа һатып алынып, майҙансыҡта эш башланған да инде. Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 5 мең 156, 5 квадрат метр тәш­кил итәсәк. Дәүләт килешеүе буйынса, видеокүҙәтеү ҙә ҡуйылған. Шуныһы һәйбәт: төҙөлөш барышын онлайн режимда ғына күҙәтергә мөмкин. Белем усағын күтәреү «Башҡортостандың 100 йыллығына – өр-яңы …

Continue reading ‘Төҙөлөштө онлайн режимда күҙәтеп була’ »

Бында еләк күп икән, айыу-бүре юҡ икән

– Беҙҙең яҡтар емеш-еләккә, бәшмәккә бик бай. Быйыл да бөтә нәмә уңды. Бигерәк тә ҡайын еләге. Ошо ваҡытта байтаҡ аҡса эшләп ҡалабыҙ. Ярты литрлы банкаһын 250 – 300 һумға һаттыҡ, – ти Архангел районының Уҫаҡлы ауылынан VI синыфты тамамлаған Данис Хәйруллин.

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра

– Һеҙ өйҙәме ул? – Юҡ, еләктә… – Юҡ, бәшмәктә… Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта өйҙә нисек кенә ултырып сыҙаһын инде кеше. Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәгән Зәйнәб һәм Марс Нур­ғәлиндар ҙа шулай. Ауыл ерендә аҡса эшләү юлын һәр кем үҙенсә таба. Ә Нурғәлиндар еләк-емеш, бәшмәк йыйып һата.

Айгөл Рәсәйҙә иң-иңе

Чехияла шоссе велоспорты буйынса Европа беренселегенә ярыш уҙғайны. Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең республикабыҙҙан да ике ҡыҙ – Айгөл Гәрәева ме­нән Юлиә Ғәлимуллина көсөн һынаны. Һөҙөмтәләре лә бик ҡыуаныслы. Айгөл күмәк ярышта «алтын» яулап, 17 – 18 йәш­лектәр араһында иң яҡшыһы тип табылды, Юлиә алтынсы булып килде. Афариндар!

Сибайҙа – динопарк

Һуңғы йылдарҙа асыҡ һауала урынлашҡан динопарктарҙың асылыуы йыш күҙәтелә. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән динопарк Әбйәлил районында урынлашһа, ошо көндәрҙә Сибайҙа «Динозавр» балалар паркы үҙ ишектәрен асты. Ул ҡаланың ял итеү паркында урынлашҡан.

Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары

Архaнгел районындағы Атыш шарлауығы. Ул Ләмәҙ йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Бейеклеге – 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метр­ҙан да юғары. Бындай шарлауыҡ – Баш­ҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказдағы шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора. Архангелдан көньяҡтараҡ Асҡын мәмерйәһе лә бар. Унда һәр саҡ һыуыҡ. Мәмерйәнең …

Continue reading ‘Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары’ »

Олатай менән Пират

Хикәйә Гөлсинә, автобустың бәүелтеүенә йоҡомһорап килеп, ауыл­ға еткәнен аңғармай ҙа ҡалды. Төшкәс, туп-тура өләсәләренә табан атланы. Өйгә инәйем тип, ишекте асыуы булды, ҙур ғына балыҡ ҡапҡан ҡап-ҡара бесәй атылып сығып та ҡасты. Ә уның артынан: – Туҡта, ҡороғор! – тип ҡыс­ҡырған тауыш ишетелде. Олатаһы Гөлсинәне лә күрмәй, бесәй артынан сапты. Ни булғанын аңламаған ҡыҙ, ипләп …

Continue reading ‘Олатай менән Пират’ »