Шар эсенә инеп ултырып

Йәйге каникул башланыуын ашҡынып көтөп алдым. Сөнки беҙ, V синыф уҡыусылары (етәксебеҙ – Раушания Ғайси­на), каникулдың тәүге көндәрендә үк атай-әсәйҙәребеҙ менән Әб­йәлил районының Ас­ҡар ауылы эргәһендә урынлаш­ҡан «Экстрим» турис­тик ла­герына ял итергә барҙыҡ. Бик күңелле үтте көндәребеҙ. Тиҫтерҙәрем менән шар эсенә инеп ултырып, һыу өҫтөндә йө­рөнөк, батутта һикерҙек, тир­ҙа төҫлө буяуҙар менән атып, бүләктәр оттоҡ, …

Continue reading ‘Шар эсенә инеп ултырып’ »

Бесән айы – бер мәл генә

Был ваҡытта бесән әҙерләү тамамланыуға табан бара тор­ғайны инде. Көндәр һалҡын, ямғырлы тороу арҡаһында быйыл һуңғараҡ ҡалына. Әле был эштең иң ҡыҙған ваҡыты. Халыҡ ялан тулып мал аҙығы әҙерләй. Берәүҙәр саба, икенселәре әйләндерә, йыя, кипкән бесәнде кәбәнгә өйә.

Ҡыҙҙар эше тип тормайҙар

Ихатаға килеп инеү менән, матур-матур сәскәләр ҡаршылай, арыраҡ ҡаҙан аҫтына ут яғылған: бында ҡош-ҡортҡа ашарға бешерәләр икән. Өйҙәренә күптән газ үткән, хатта һыуҙы ла индереп алғандар, әммә мал-тыуарға йәй көнө тышта бешереү ҡулайыраҡ. Ана, күләгәләге эскәмйәлә Нәжип бабай йәйге аяҙ көнгә һоҡланып ултыра. Уңарсы булмай Зөлфиә инәй килеп сыҡты. 64 йыл бергә йәшәй улар, ту­ғыҙынсы …

Continue reading ‘Ҡыҙҙар эше тип тормайҙар’ »

Дөр-дөр сәскәһе ҡайҙан килгән?

Ейәнсура районы үҙенең тәбиғәтенең матурлығы менән дан тота. Хаҡлы рәүештә беҙ тыуған яғыбыҙҙың мөғжизәле тәбиғәт мөйөштәре менән ғорурлана алабыҙ. Районыбыҙҙа тәбиғәт ҡомартҡылары бик күп: Шауҙым, Сыуалташ, Һыусыҡҡан шишмәһе, Ямашлы быуаһы, дөр-дөр сәскәһе һәм башҡалар. Мин һеҙгә нәҡ ошо дөр-дөр сәскәһе тураһында бәйән иткем килә. Ҡалын урмандар, бейек-бейек тауҙар араһында урынлашҡан Мәзит минең тыуған ауылым Өмбәттән …

Continue reading ‘Дөр-дөр сәскәһе ҡайҙан килгән?’ »

Сумка-һыуытҡыс

Йәй – сәйәхәттәр мәле. Урманға, йылға-күл буйына ял итергә йыш бара­һығыҙҙыр. Ауылдарҙа мал аҙығы әҙерләгән осор. Моғайын, күптәр көнө бу­йына етерлек аҙыҡ-түлек алып, иртәнән ҡараңғы төшкәнсе бесән эшләйҙер.

Эш һөйгәнде ил һөйгән

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Абдуллиндарҙың ялт итеп торған донъяһына барып инеү менән күңелдәр ҙә нурланып, яҡтырып киткәндәй була. Өҫтәүенә, йорт хужаһы һәм уның тормош иптәше лә алсаҡ, асыҡ йөҙлө кешеләр булып сыҡты.

Юғары уҡыу йорттары Ҡытай менән бәйләнештә

Республиканың юғары уҡыу йорттары Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Башҡорт дәүләт университетында Рәсәй-Ҡытай бизнес-инкубаторы булдырылған. Ун­да студенттар бизнес төҙөү буйынса Ҡытай алымдарын өйрәнә, Ҡытай Халыҡ Республикаһында стажировкалар ҙа ҡаралған. Башҡорт дәүләт медицина университеты Ҡытайҙың медицина ғилми даирәләре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй.

Махсус комиссиялар әҙерлекте тикшерә

Баш ҡалабыҙ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре ҡыҙыу алып барыла. Һәр бер районда махсус комиссиялар ҙа төҙөлгән. Быйыл ҡала ҡаҙнаһы иҫәбенә 38 белем биреү учреждениеһында ремонт үткәрелә. Уларҙа ҡыйыҡ, электр, һыу менән тәьмин итеү, бысраҡ һыуҙарҙы ағыҙыу өсөн ер аҫтынан үткәрелгән торбалар системаларын йүнәтеү, бинаның тышҡы яғын йылытыу, тәҙрә блоктарын алмаштырыу кеүек эштәр башҡарыла. …

Continue reading ‘Махсус комиссиялар әҙерлекте тикшерә’ »