Икәү булғас, беҙгә күңелле!

Йәй айҙарын йыл һайын көтөп алам. Шул тиклем рәхәт, күңелле бит ул. Иң оҙон каникул булһа ла, уның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Минең Гөлиә һеңлем бар. Бө­тә нәмәне уның менән бергә эшләйбеҙ. Ялыбыҙҙы ла фай­ҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Көн дә футбол уйнайбыҙ, сәскәләргә, йәшелсә-емештәргә һыу һибә­беҙ.

Күргәҙмә-йәрминкә йылдағыса эшләй

Июль урталарында уҡ баш ҡалабыҙҙың күп сауҙа үҙәктәрендә уҡыу-кәрәк яраҡтары, формалар һатыла башлай. Йылдағыса «Мәктәп мәле» республика күргәҙмә-йәрминкәһе лә эшләй. Унда шәхси эшҡыуарҙарҙың да, сәнәғәт предприятиеларының да тауарҙары тәҡдим ителә. Уларҙың «Баштехинформ» үҙәге бинаһында, Киров урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашыуы уңайлы. Ата-әсәләр балалары менән бергәләп бер урында ғына үҙҙәренә оҡшаған, килешле әйберҙәрҙе һайлай ала. …

Continue reading ‘Күргәҙмә-йәрминкә йылдағыса эшләй’ »

Дүрт аяҡлы дуҫым

Йорт хайуандарын ныҡ яратам. Бигерәк тә көсөк, бесәй балаһы күрһәм, һушым китә. Өләсәйемдең Роза исемле ҡарт бесәйе бар. Уның күңеле бик тә йәш, гел һикереп уйнап, иркәләнеп кенә тора. Үҙе көнө буйы йүгерә. Түңәрәкләнә башлаһа, балалары тыуыуын көтә башлайым, өләсәйемдән һорап йөҙәтәм. Был юлы ҡаты ауырып дауаханаға яттым. Розаның балаларын, күҙҙәре асылғас, кешеләргә таратып бөткәндәр, …

Continue reading ‘Дүрт аяҡлы дуҫым’ »

Үҫемлек, хайуандар донъяһын да тикшерә

Һеҙ һүрәттә «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе, Байназар мәктәбенең VIII синыфын тамамлаған Зилиә Буранбаеваны күрәһегеҙ. Тәбиғәт ҡосағында фотоға төшкән был ҡыҙ тирә-яҡ донъяны күҙәтергә, тәбиғәттең серҙәрен өйрәнергә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын тикшерергә әүәҫ. «Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаулығының Баш­арт тауындағы тау далаларының үҫемлектәр составын өйрәнеү» тигән тема буйынса эҙләнеү эше алып барып, быйыл география фәненән республика конкурсында бик уңышлы …

Continue reading ‘Үҫемлек, хайуандар донъяһын да тикшерә’ »

«Янғантау» геопаркы яңы статус өсөн көрәшә

«Янғантау» геопаркы Юнесконың глобаль геопаркы статусын алыу өсөн көрәшәсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ЮНЕСКО геопарктары глобаль селтәренең халыҡ-ара эксперты Сурен Гевинян менән осрашыуында һөйләшеү ошо хаҡта барҙы.

Ҡариҙелдәге парк матурлана

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» проекты буйынса Ҡариҙел районы үҙәгендәге мәҙәниәт һәм ял паркы тәртипкә килтерелә. Бында асфальт һуҡмаҡтар һалына, яҡтыртҡыс­тар ҡуйыла һәм эскәмйәләр ултыртыла. Биләмә ҡарағайлыҡ араһында урынлаша. Ылыҫлы урмандар иһә шифалы һауаһы менән билдәле. Шуға йәшел зона халыҡтың яратҡан ял урынына әүереләсәк, тип белдерәләр партияның төбәк бүлексәһенән.

Һоро айыуҙар ҡурсалауға алына

Федераль именлек хеҙмәте һоро айыуҙарҙы ҡурсалауға ала. Сит илдәрҙә уларға ихтыяж ҙур, шуға талаптарҙы ҡәтғиләштерергә кәрәк, ти эксперттар. Енәйәт кодексына ярашлы, законһыҙ сауҙа итеүселәр иң күбе 12 йылға төрмәгә ябыла, бынан тыш, 1 миллион һумғаса штраф һалына. Рәсәй Генераль прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ике йыл эсендә генә илдә һоро айыуҙар һаны 36 процентҡа кәмегән, 2015 …

Continue reading ‘Һоро айыуҙар ҡурсалауға алына’ »

«Төрлө төҫтәге тамсылар»

Рәсәй Федерацияһы һыу сығанаҡтарына бай ил. Уның биләмәһендә 2, 7 миллионға яҡын йылға һәм шишмә иҫәпләнә. Европала беренсе булһаҡ, донъя буйынса, Бразилиянан ҡала, икенсе киләбеҙ. Был бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан, эсәр сығанаҡтарыбыҙҙың көндән-көн бысраныуы, йылға-күлдәребеҙҙең һайыға барыуы борсоуға һала. Эйе, таҙа һыуһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын шул, уның һәр бер тамсыһы ла …

Continue reading ‘«Төрлө төҫтәге тамсылар»’ »

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

Йәй күңелле каникул, отпуск мәле булһа ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең ялы юҡ икәнен онотмаһағыҙ ине. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр бит. Һәр ваҡыт хәтерегеҙҙә тотоп ҡына йөрөгөҙ. Юғиһә күптәрегеҙ быны иҫенән сығарып ебәрә. Хәҙер тиҙ генә магазинға барып киләм, күршегә инеп сығайым, тип телевизорҙарын да һүндермәй сығып китә, күп көнкүреш техникаһы шау-гөр килеп эшләп ҡала. Бешерергә ҡуйған …

Continue reading ‘Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!’ »