«Йәншишмә»һеҙ күңелһеҙ булыр

Ҡәҙерле дуҫтар! Кемдәр 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылмаған, улар йәйге каникулын «Йәншишмә»һеҙ үткәрҙе инде. Күңелһеҙ бул­ғандыр әле, эйе бит? Гәзитебеҙгә яҙылырға бер ҡасан да һуң түгел. Әгәр ҙә 18 сентябргә тиклем өлгөрһәгеҙ, октябрь башынан «Йәншишмә» өйөгөҙгә килә башлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, яңы уҡыу йылын бергәләп үткәрәйек! Гәзитебеҙҙең индекстары – П2765, П3371.

Саҡыра мәктәп иле

Күгәрсен районындағы Мәҡсүт мәктәбенә беҙ ниндәйҙер бер тулҡынланыу ме­нән аяҡ баҫтыҡ. Ни тиһәң дә, ошо төбәктә ул алдынғы белем усаҡтарынан һанала. Бын­да уҡыу-уҡытыу эшендә яңы технологияларҙы үҙләштереүгә, белем биреү системаһын яҡ­шыртыуға, электән йәшәп килгән матур традицияларҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Аҡыллы каникулдар

Һәр ерҙә лә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороуға, һаулығын нығытыуға ҙур иғтибар бирелә. Ял күңелле лә, файҙалы ла, фәһемле лә булырға тейеш. Тап шул маҡсат менән яңыраҡ Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбендә төрлө сараларҙа, олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан һәләтле балалар өсөн «Аҡыллы каникулдар» лагеры ойошторолдо.

Дәрестәр – ҡала урамдарында

Был белем усағы Американың Колорадо штатында урынлашҡан. Унда уҡыу процесы бер нисә йылға һуҙылған мауыҡтырғыс мажараларҙы хәтерләтә. Математика, инглиз теле кеүек төп предметтар уҡытыла, әммә дәрестәр төрлө асыштар, экспедициялар рәүешендә уҙа.

Шифалының шифаһы

Яратҡан гәзитемдә «Тарих яҙабыҙ» бәйгеһе бара, унда мин дә ҡатнашырға булдым әле. Әүлиә ҡәберлеге һәм Шифалы шишмә тураһында бик күп кешенән төрлө мәғлүмәттәр йыйып, «Шишмә – йәшәү сығанағы» темаһына фәнни-эҙләнеү эше яҙып һәм «Йәнгүзәл» театр берләшмәһе ағзалары менән бергәләп сценарий төҙөп, «Башҡортостан ынйылары» бәйгеһендә сығыш яһағайныҡ. Шуға ла был тема миңә таныш, гәзит уҡыусыларҙы ла …

Continue reading ‘Шифалының шифаһы’ »

Дағстанды күрҙек, Чечняла ла булдыҡ

Әле яңы ғына: «Алда – өс ай каникул!» – тип ялға таралышҡайныҡ. Оҙаҡ һымаҡ күренгәйне, ә ул һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Быйылғы ялым баш­ҡа йылдарға ҡарағанда күңелле ваҡиғаларға бай булды.

Туйҙа йөрөү күңелле!

Йәйҙең иң матур хәтирәһе булып өлкән апайым Регинаның туйы иҫтә ҡалды. Ул Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылына килен булып төштө. Беҙ бик күңелле итеп туйҙа ла йөрөп ҡайттыҡ. Регина апайым менән Марсель еҙнәйгә тигеҙ ғаилә тормошо, бәхет теләйем.