Шатлығым сикһеҙ

Ҙур һөйөнөсөм менән уртаҡлашҡым килә. Айзат ағайым Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтты. Ул иртәнге алтынсы яртыла өйгә ҡайтып ингәс тә, мине уятып һөйҙө. Шул тиклем шатландым! Үҙем уны ныҡ һағынып көттөм бит.

Бәләкәйҙән белеп үҫәләр

«Сулпылар» балалар баҡсаһында Ғаилә йылына арнап «Минең шәжәрәм» исемле күргәҙмә ойошторолдо. Һәр төркөмдән тәрбиәләнеүселәр фантазияларын егеп, ғаиләләренең нәҫел ағастарын эшләне. Мәҫәлән, икенсе төркөмдән Амалия Ғафарова, Азалина Саламатова, Линар Тойғонов, кескәйҙәрҙән Әмир Туйсин, уртансыларҙан Альбина Малабаева, Элина Саламатова, Ислам Атанғолов, Динара Халиҡова, Алтынай Таштимерова, Диана Вәлитова, өлкәндәрҙән Алина Ишйәрова, Риана Һөйәрғоловаларҙың шәжәрәләре бик матур килеп сыҡҡан.

Һоҡланмау мөмкин түгел

Телевизор экраны аша уны күргәнегеҙ бар. Йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙ «Тамыр» студияһында шөғөлләнә. Дүрт йәшенән «Әкиәт китабы», «Сәңгелдәк», «Иләү» кеүек тапшырыуҙарҙа ҡатнаша. Алып барыусы ла булған хатта. Алты йәшенән вокаль-бейеү төркөмөнә йөрөй башлай. Быйыл яҙғыһын «Тамыр» телеканалы ойошторған «Хал­ҡым йыры – тамырымда» тигән байрам сараһында ла ҡатнаша. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ҙур сәхнәһендә синыфташы Искәндәр …

Continue reading ‘Һоҡланмау мөмкин түгел’ »

Гөлйе­меш Үтәғолова шиғырҙары

Сибайҙағы интернат-гимназияның X синыф уҡыусыһы Гөлйе­меш Үтәғолова бәләкәй саҡтан иншаларҙы йөкмәткеле итеп яҙып, үҙенең уй-хистәрен уйландырырлыҡ итеп еткерә белә. Шиғырҙары ла матур килеп сыға. Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙы «Аҡ ҡауырһын» түңәрәгенә йөрөп, илһам ҡанаттарын да нығытып алды. «Таң нуры» тигән шиғри йыйынтығын әҙерләп, Таңсулпан Ғарипова исемендәге бәйгелә Гран-при ҙа яуланы. Киләсәктә лә Гөлйемешкә ижади …

Continue reading ‘Гөлйе­меш Үтәғолова шиғырҙары’ »

Балалар бәхетле булһын

Йәмле йәйҙең бер көнө балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. «Бәхетле булһын бала!» исемле йырлы-бейеүле, уйын-көлкөлө байрамға ҡыҙҙар, малайҙар күп килгәйне. Улар өсөн Баймаҡтағы «Ғаилә» үҙәге белгестәре – Римма Игебаева, Лилиә Фазлыева, Наталья Туленковалар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо. Заманса бейенеләр ҙә, флешмобта, спорт уйындарында ла ҡатнаштылар. «Ғаилә» үҙәгенең юрисы Марат Әминев халыҡҡа бушлай юридик кәңәштәр бирҙе.

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

2019 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға алдан яҙылыу бара. Ул 31 авгус­ҡа тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншиш­мә»гә лә быйыл­ғы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин. Баҫмаларҙы ташыу һәм адресатҡа алып барып еткереү өсөн тарифтар ҙа былтырғы кимәлдә ҡала. Ташламалар һәм льготалар ҙа һаҡлана. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ.