Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

2019 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға алдан яҙылыу бара. Ул 31 авгус­ҡа тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншиш­мә»гә лә быйыл­ғы хаҡ менән яҙылыр­ға мөмкин. Баҫмаларҙы ташыу һәм адресатҡа алып барып еткереү өсөн тарифтар ҙа былтырғы кимәлдә ҡала. Ташламалар һәм льготалар ҙа һаҡлана. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ.

Биш килолыҡ суртан

Юлдаш ҡустым менән балыҡ ҡармаҡларға яратабыҙ. Атайымдан күскәндер инде. Ул беҙҙе бәләкәйҙән үҙе менән бергә алып йөрөнө. Күлгә лә барабыҙ, Инйәр йылға­һында ла тотабыҙ. Инйәр ауылыбыҙҙың уртаһынан ғына аға. Таҙа һыулы матур йылға. Йәй буйына унда һыу инеп тә рәхәтләнәбеҙ. Атайым әйтеүенсә, уның балығы элек бигерәк күп булған. Хәҙер ни өсөндөр кәмегән. Быныһы үкенесле, әлбиттә.

Мунсаҡтан – аҡса

Эх, тиҙерәк йәй етһен ине, тигән хыял менән оҙо-о-он ҡышты, унан яҙҙы үткәреп ебәрәбеҙ. Пландар ҡорабыҙ. Мин үҙем уларҙы дәфтәремә яҙып ҡуям. Йәй минең генә түгел, бөтә балаларҙың да яратҡан миҙгелелер ул.

Ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар

Борон-борондан ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар араһында киҫкен хәл торған. Ҡаҙаҡтар башҡорттарҙың ерҙәрен тартып алған, мал-тыуарын ҡыуып алып киткән һәм, әлбиттә, һылыу башҡорт ҡыҙҙарын урлағандар. Тик беҙҙекеләр ҙә бирешмәгән.

«Балалар спорты» ярҙам итә

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты сиктәрендә Саҡмағоштағы 1-се мәктәптең спорт залы йүнәтелә башлаған. Бының өсөн 900 мең һумға яҡын аҡса бүленгән. Быға тиклем дә белем усағы ошо проект сиктәрендә спорт йыһаздары һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.

Һәләтле балалар иғтибар үҙәгендә

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға ярҙам итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Баш­ҡортостан Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

Венгрҙарҙың ата-бабалары Башҡортостанда йәшәгән

Республикала «Ватан тарихы» Бөтә Рәсәй фонды гранты иҫәбенә йәш археологтар мәктәбе асылғайны. Ҡаҙыу эштәрендә тап унда шөғөлләнгән уҡыусылар ҡатнаша. Венгрия вәкилдәре лә килгән. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, хәҙерге венгрҙарҙың ата-бабалары Башҡортостан биләмәләрендә йәшәгән.

«Аҡсарлаҡ»тағы ҡабатланмаҫ минуттар

Алыҫтан уҡ балаларҙың шат тауышын, ихлас көлөүҙәрен, дәртле йыр-көйҙәрҙе ишеткәс, «ай-һай, бында күңеллелер!» тип уйлап ҡуяһың. Хәйбулла районының иң матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагеры менән яҡындан танышып сыҡҡас, бының ысынбарлыҡҡа тап килеүенә тағы бер ҡат инандыҡ.

Хыянатмы, мауығыумы?

Ләйсән күптән инде бер егет менән дуҫлашып йөрөй. Бик оҡшата уны, хатта тормош юлын бергә үтерлек кеше тип һанай. Әммә бер көндө матур дуҫлыҡ ебе өҙөлә яҙҙы. Ниңә, тиһегеҙме? Егете уларға килгәндә компь­ютерҙа ултыр­ғайны. Шунда электрон почтаһына ла ингән һәм сығырға онотҡан. Ләйсән бик уңайһыҙланһа ла, хатлашыу тарихын тикшереп ҡарамай булдыра алманы һәм аптырашта ҡалды. …

Continue reading ‘Хыянатмы, мауығыумы?’ »