Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

2019 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға алдан яҙылыу бара. Ул 31 авгус­ҡа тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншиш­мә»гә лә быйыл­ғы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин. Баҫмаларҙы ташыу һәм адресатҡа алып барып еткереү өсөн тарифтар ҙа былтырғы кимәлдә ҡала. Ташламалар һәм льготалар ҙа һаҡлана. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек!

Быйыл да мохтаж балаларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итәсәктәр. Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған республика хәйриә акцияһын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» тигән сара барышында уҡыу кәрәк-яраҡтары, формалар, китаптар, портфелдәр йыйыла. Улар мохтаж балаларға тапшырыла. Әйберҙәр район һәм ҡалаларҙа ҡабул ителә. Бынан тыш, предприятие, ойошмалар бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп, аҡса йыя. Былтыр …

Continue reading ‘Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек!’ »

Һарыҡай себеш, түгелгән еләк һәм бер биҙрә тубырсыҡ

Баш ҡатырғыс яҙма эштәрҙән ҡотолғанға ҡыуанып бөтә алмай йөрөгән саҡ. Рәхәтләнеп йоҡо туйҙырабыҙ, уйнайбыҙ. Бер көндө ашап алғас, ҡустым менән урамға сыҡтыҡ. Нимә эшләргә белмәй йөрөнөк-йөрөнөк тә юл аша ғына йәшәгән өләсәйгә йүнәлдек. Барып инһәк, ихатала һарыҡай ғына себештәр йүгереп йөрөй. Үҙҙәре күп. Йомшаҡ ҡыналарҙыр инде, тип ҡустым менән текләп торабыҙ. Көн һалҡынса булғас, өләсәй …

Continue reading ‘Һарыҡай себеш, түгелгән еләк һәм бер биҙрә тубырсыҡ’ »

Каникулды – яҡшы кәйеф менән!

Был һүрәттә һеҙ Көйөргәҙе районының Таймаҫ мәктәбе уҡыусыһы Диана Солтангәрәеваны күрәһегеҙ. Бик һәләтле, тырыш, өлгөр ҡыҙ. Унынсы синыфты тик «бишле»гә генә тамамланы. «Йәшлек» гәзите үткәргән Булат Солтангәрәев исемендәге бәйгелә лә һынатманы. «Халҡым киләсәге» номинацияһында еңеү яуланы ул.

«Республиканың 100 йыллығына – 100 шишмә»

Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы Урыҫ географик йәмғиәтенең Хәйбулла районы бүлексәһе, Сибай территориаль комитеты ярҙамында «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 шишмә» тигән акция уҙғара.

Бөгәмәле нимәне аңлата?

Рәүҙәк Ишембай районының тауҙар ҡуйынында баш алып, был тирәгә килеп еткәнсе, тиҫтәләгән саҡрым ара үтә. Үҙ юлында берсә бейек тау-таштар араһынан етеҙ йүгергән тау йылғаһы булып, берсә тыныс ҡына аҡҡан үҙән йыл­ғаһына әйләнеп, быуаттар буйы ер һәм кешеләрҙе көмөштәй саф һыуы менән кинәндергән бит ул. Сал Урал тауҙары ҡуйынынан аҡҡан эреле-ваҡлы күп йылғалар кеүек, Рәүҙәк …

Continue reading ‘Бөгәмәле нимәне аңлата?’ »

Ҡәҙерҙәрен беләйек

Аллаға шөкөр, беҙ – бәхетле ейән-ейәнсәрҙәр. Олатай-өләсәйҙән наҙ, һөйөү тойоп үҫәбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныс­тарҙы, ауырлыҡтарҙы ихлас уртаҡлашыусы, юлға сыҡҡаныбыҙҙа изге фатихаһын биреүсе улар. Олатайым Солтан Зәйнулла улы Мөхәмәтйәнов 1939 йылдың 27 февралендә Билал ауылында тыуған. Уның һөйләгәндәренән күҙ алдыма бына ошолар килә: етешһеҙ донъя, ауыр бала саҡ. VI синыфты ғына бөтөргән малай артабан уҡыуын дауам …

Continue reading ‘Ҡәҙерҙәрен беләйек’ »

Таң йондоҙо кеүек

Әсәйемдең исеме – Таңһылыу. Таң йондоҙо кеүек яҡты, матур күңелле кеше ул. Уртаса буйлы.Түңәрәк йөҙө гел балҡып тора. Ҡара толомдары биленә тиклем етә. Нурлы һоро күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ғына бал­ҡыған төҫлө. Кешеләргә ҡарата ярҙамсыл, итәғәтле, шуның өсөн үҙен дә хөрмәт итәләр.