Бал ҡортон ашаусылар

Йәй буйы күптәрегеҙ бәпкә үҫтерәлер. Улар­ҙы ҡош-ҡорттан ҡурсалайһығыҙҙыр. Беҙ бәләкәй саҡта һарыҡтарҙы бүреләрҙән һаҡлап, кистәрен эҙләп алып ҡайта торғайныҡ. Ә бит ауыл эргәһендә үк бүре тамаҡлап киткән осраҡтар булды.

Лагерҙарҙы тикшереү бара

Башҡортостанда йәш гвардеецтар власть органдары һәм йәмәғәт инс­титуттары менән бергә лагерҙарҙы тикшерә. Баш ҡала ситендәге «Аҡсарлаҡ», Шишмәләге «Энергетик», Әлшәйҙәге «Ҡарлуғас», Антон Чехов исемендәге шифахана, Ҡариҙелдәге «Юниор» исемлеләре үҙ баһаһын алды инде. Был тикшереү барышында район, ҡалаларҙағы лагерҙарҙың әҙерлектәре, балалар урынлашҡан урында йәшәү, туҡланыу һәм ял итеү шарттары өйрәнелә.

«Алтын ҡурай»ҙа рәхәт!

Быйыл да Таштуғай мәктәбендә «Алтын ҡурай» тип аталған көндөҙгө һауыҡтырыу үҙәге эшләне. Унда «Әфлисундар» һәм «Йондоҙҡайҙар» отрядтарына бүленеп, 17 бала ял итте. Ҡыҙҙар, малайҙарҙың ялы күңелле уҙһын өсөн тәрбиәселәр Сәриә Латипова, Гөлсинә Рахманғоловалар бар көсөн һалды. «Күңелле старттар», төрлө спорт ярыштары үткәрелде. Лагерға йөрөүселәр баш­ҡорт милли уйындарын уйнап та рәхәтләнде. Рәсәй һәм Ғаилә көндәренә арнап …

Continue reading ‘«Алтын ҡурай»ҙа рәхәт!’ »