Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

1 июлдән почта бүлексәләрендә гәзит-журналдарға алдан яҙылыу башланды. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншишмә»гә лә 2019 йылдың беренсе яртыһына быйылғы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин. Баҫмаларҙы ташыу һәм адресатҡа алып барып еткереү өсөн тарифтар ҙа былтырғы кимәлдә ҡала. Ташламалар һәм льготалар ҙа һаҡлана. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ. Гәзиткә өйҙә ултырған килеш кенә …

Continue reading ‘Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!’ »

Мөғжизәләр күп булыр әле

Быйыл беҙҙең мәктәптә көндөҙгө ял лагеры Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы буйынса ойошторолдо. Балаларҙың шат тауыштарынан мәктәп гөрләп торҙо. Ваҡытыбыҙ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтте. Бер көнөбөҙҙө милли матбуғатҡа арнаныҡ. «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡыусылар күп булыуы шатландырҙы. Төрлө рубрикалар буйлап сәйәхәт иттек. «Минең өс айым» конкурсы айырыуса ҡыҙыҡ­һындырҙы. Ошо уңайҙан «Ижади минут» бәйгеһе иғлан ителгәс, ҡыҙыу эштәр башланды.

Һаҡлана белеү ҙә кәрәк

Һыу инеү, йөҙөү сәләмәтлек өсөн ифрат та файҙалы: мускулдар, арҡа һөйәге нығына, организм сыныға. Һыу тән тиреһе аша үтеп, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен, организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта. Әммә хәүефһеҙлек саралары тураһында ла оноторға ярамай. Юғиһә, сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу урынына, киреһенсә, уға зыян килтереүегеҙ ихтимал.

Аргентина ла, Испания ла еңелде

Беҙҙең футболсылар тәки Испанияны еңде бит! Бының өсөн иң ҡулай ысулын таптылар. 11 уйынсы күп ваҡытын үҙ ҡап­ҡаһын һаҡлап үткәр­ҙе, йәғни футбол көйәрмәндәре теле менән әйткәндә, «автобус» ҡуйып уйнанылар. Улай ҙа ярай ин­де. Башҡаса Испания командаһына ҡаршы тороу ҡыйын…

Ҙурайҙылар инде дүртенселәр

Теүәл дүрт йыл элек I синыфҡа уҡырға килгән уҡыусылар башланғыс мәктәп менән хушлашты. Әсмә Әхтәм ҡыҙы Шәрипова етәкләгән дүртенсе синыфты бөтәһе 25 уҡыу­сы тамамланы, шуларҙың алтыһы – гел «бишле», ун икеһе «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыған икән.

Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек

Республика Хөкүмәтендә балиғ булмағандар араһында тәртип боҙоу күренештәрен иҫкәртеүгә бәйле кәңәшмә үтте. Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре II – XI синыфтар өсөн «Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек» тигән программа әҙерләгән. Был курсты яңы уҡыу йылында уҡ ҡуллана башларға тәҡдим ителә. Уның барышында балалар һәм уларҙың ата-әсәләренә бөтә донъя селтәрендә мәғлүмәт менән дөрөҫ эшләргә өйрәтәләр. Бынан тыш, мәктәптәрҙә психологтар …

Continue reading ‘Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек’ »

Кескәйҙәр өсөн спорт байрамы

Рәсәй үҙ тарихында тәүге тап­ҡыр бер ай буйы футбол йондоҙҙары өсөн көйөп янған мәлдә беҙҙә лә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында спартакиада ойошторолдо. Бүребай мәктәбендә райондың 12 балалар баҡсаһынан килгән командалар үҙҙәренең етеҙлектәрен биш спорт төрөндә һынап ҡараны.

Беҙҙең командаға етеп ҡара!

Уҡыусыларҙың экология буйынса Бөтә Рәсәй слёты быйыл Башҡорт­останда үтте. Илдең 21 төбәгенән барлығы 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Ярыштар «Черёмушки» балалар лагеры базаһында ойошторолдо. Тәүге көндә «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны формаһында теоретик тур булды. Артабан гидробиология, ботаника, этномология, орнитология, тупраҡты өйрәнеү йүнәлештәре буйынса әңгәмәләшеүҙәр башланды. Быныһы инде үҙенә күрә имтихан кеүегерәк. Ҡаршыңда ултырған белгес алдында белемеңде …

Continue reading ‘Беҙҙең командаға етеп ҡара!’ »

Өфөлә – динозаврҙар

Ҡәҙерле дуҫтар, баш ҡала ҡунаҡтары, Өфөгә килһәгеҙ, Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ла бармай ҡалмағыҙ. Унда күптән түгел динозаврҙар паркы асылды. Боронғо хай­уандар тәбиғи ҙурлыҡта килештереп эшләнгән, улар хәрәкәтләнә һәм тауыш сығара ала.