Нәҫел ептәрен барлап

Туғандарҙы тупларға, тарихи тамырҙарын иҫкә алырға ибрайҙар Шәжәрә байрамына йыйылды. Һәр бер ара матур итеп үҙ нәҫел ағасын да эшләткәйне. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан күп кенә яҡташтарыбыҙ ҡайтты. Бик күңелле, йәнле үтте сара, майҙан гөрләп торҙо.

«Бирешмә»ләр таң ҡалдырҙы!

«Бирешмә» төркөмө «Прага буяуҙары» балалар һәм үҫмерҙәр халыҡ-ара фестиваленән яҡшы кәйеф менән ҡайтты. Улар Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә, Айҙар Хәмзин көйөнә яҙылған «Бирешмә», «Селпәрәмә» йырҙарын башҡарып, «Вокал төркөмө» номинацияһында I дәрәжә лауреат исемен яуланы. «Вокал. Соло» номинацияһында Гәлсәр Байғусҡарова еңеүсе тип табылды. Ул йырлаған «Ете ҡыҙ»ҙы жюри бик оҡшатып, үҙенә бер төрлө тәьҫирлек, эске көс һәм …

Continue reading ‘«Бирешмә»ләр таң ҡалдырҙы!’ »

«Урал батыр» йыйҙы йәш сәсәндәрҙе

Егерменсе тапҡыр уҙғарыл­ған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһе сағыу милли кейемдәр кейгән, транспаранттар тотҡан конкурсанттарҙың парады менән асылды. Ҡатнашыусылар ҙа күп кенә ине, 29 райондан һәм 6 ҡаланан 117 уҡыусы көсөн һынарға килгән. Бәйгене асыу тантанаһы артабан район мәҙәниәт һарайы алдында дауам итте. Бөрйән районының йөҙөк ҡашы булырҙай коллективтар – «Мәсемташ» …

Continue reading ‘«Урал батыр» йыйҙы йәш сәсәндәрҙе’ »

Һүҙ — Салауат районының Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыларына

Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһында «Сәсәнлек мәктәбе» эшләп килә. Уның етәксеһе – Индира Ҡазыханова. Һеҙгә унда шөғөлләнеүсе балалар­ҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ. Башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡорт телендә. Минең йәшәү тамырҙарым Башҡорт ерендә.

Каникулды – китап менән!

Йәй айҙары – балалар өсөн иң матур, иң ҡыҙыҡлы мәл. Тик китап уҡыуҙы ла оноторға ярамай. Сөнки ул фекерҙе үҫтерә, һүҙ байлығын арттыра. Киләһе уҡыу йылына ла әҙерләнеү мөһим. Шуға ла беҙҙә «Ҡояшлы китапхана» тип аталған йәйге уҡыу залы ойошторолдо. «Йәшел май­ҙансыҡ» булдырып, «Бөтәһе лә хай­уандар тураһында», «Йыһан», «Мөғжизәле илдә», «Атай-әсәйебеҙ менән уҡыйбыҙ», «Беренсе синыфҡа …

Continue reading ‘Каникулды – китап менән!’ »