Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

1 июлдән почта бүлексәләрендә гәзит-журналдарға алдан яҙылыу башланды. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншиш­мә»гә лә 2019 йылдың беренсе яртыһына быйылғы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин. Баҫмаларҙы ташыу һәм адресатҡа алып барып еткереү өсөн тарифтар ҙа былтырғы кимәлдә ҡала. Ташламалар һәм льготалар ҙа һаҡлана. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ.

Беҙ — инглизсә, Андреа башҡортса өйрәнде

Һеҙ нисектер, мин үҙем йәйҙе йыл һайын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Иң оҙон каникул бит! Йәй башы матур, ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырмаһа ла, бойоғоп ултырыу юҡ. Мажаралар, иҫтәлекле, бәхетле минуттар бүләк итеп кенә тора йәйем. Һәм, әлбиттә, яңы дуҫтар! Эйе-эйе, был юлы сит ил ҡунағы менән таныштым. Мәктәбебеҙҙә «Тимербатыр. Аҡыллы каникулдар» лагеры эшләп килә. Үткән йыл …

Continue reading ‘Беҙ — инглизсә, Андреа башҡортса өйрәнде’ »

Дүрт йәш кенә, тимәгеҙ…

Өфөлә була был хәл. Киске етеләр тирәһе. Алёша Гребешков велигында тегеләй-былай елдереп, рәхәтләнә генә. Эргәһендә атаһы ла ҡарап йөрөй. Бер мәл ҡыҙыҡһыныусан малай төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. «Атай, ҡара әле, нимәлер яна! Барып киләйек. Бәлки, кемгәлер ярҙам кәрәктер», – ти 4 йәшлек кенә малай ололарса. Күндерә атаһын. Барһалар, ҡоро үлән яна икән. Бер кем дә …

Continue reading ‘Дүрт йәш кенә, тимәгеҙ…’ »

Франциямы, Хорватиямы?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй командаһы Хорватиянан отолоп ҡуйҙы. Төп иҫәп – 2:2, беҙҙекеләрҙән голды әлеге лә баяғы Денис Черышев менән Марио Фернандес индерҙе. Испания менән уйнағандағы һымаҡ инде, был юлы ла пенальти типтеләр. Хорватия уйынсылары оҫтараҡ, мәргәнерәк булып сыҡты.

Ер еләккәйҙәре беште инде

Ҡояш йылы нурҙарын һибә башлау ме­нән, шуны ғына көткәндәй, емеш-еләк беште алланып. Баҙар янынан үткәндә татлы еҫтәрҙән баштар әйләнә хатта. Ҡыҙарып, күҙҙе ҡыҙҙырып яталар. – Баҡса еләген йыйып ҡына өлгөр. Көн дә иртән тороуға яңылары өлгөрөп кенә тора, – ти Шишмә ҡыҙы Сабина Хамматова. – Беҙ баҡсала ла күп итеп үҫтерәбеҙ, Шишмәләге питомникка барып та …

Continue reading ‘Ер еләккәйҙәре беште инде’ »

«Ҡымыҙ һатып аҡса эшләйем»

Шулай тип дәртләнеп һөйләй Айтуған Булатов. Ул Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында IX синыфты тамам­лаған. Уҡыуҙар бөтөү менән көн дә ата­һын алмаштыра. Оло юлға сығып, ҡымыҙ һата. Ошо бизнес менән 2006 йылдан шөғөлләнә Булатовтар. Бөтәһе 62 баш йылҡы малы бар. Ҡайһы бер ауылдаштары ла йәйгелеккә аттарын уларҙың көтөүенә ҡуша. Әсәһе Земфира көндөҙ уларҙы һауып, ҡымыҙ бешә. …

Continue reading ‘«Ҡымыҙ һатып аҡса эшләйем»’ »

Белорет районының Шығай ауылының ер-һыу атамалары

Әминә батҡан Ошо легенданы мин бәләкәй саҡтан беләм, сөнки был ерҙә беҙҙең сабынлыҡ. Уны Зәйтүнә өләсәйем һөйләй торғайны. Элегерәк ошонда йәшәгән Әминәнең һылыулығына, аҡыллылығына һоҡланмаған кеше булмаған. Әлбиттә, яратып йөрөгән егете лә була. Тик оҡшатҡан кешеһе ярлы ғаиләнән икән. Шул уҡ ерҙә үҙе ҡарт, үҙе һаран бер бай йәшәгән. Ул Әминәгә яусы ебәрә. Ҡыҙ ризалашмай. …

Continue reading ‘Белорет районының Шығай ауылының ер-һыу атамалары’ »

Матур биҙәктәр һала

Элек-электән Рәсәй үҙенең рәссамдары менән дан ҡаҙана. Әүәле оҫталар башҡарған биҙәкте хәҙер бер кем дә ҡабатлай алмай. Ваҡыт үтеү менән урыҫ халҡының йолаларын дауам итеүсе йүнәлештәр, мәктәптәр барлыҡҡа килә. Биҙәкләү техникаһының ниндәй генә төрҙәре булмай! Уларҙың барыһын һанап сығыу мөмкин дә түгел.

Ныҡ оҫтарып алған үҙе!

Фәнис Нөғәмәнов ағас эшенә бигерәк оҫта. Ниҙәр генә яһамай ул: аш бүлмәһендә ҡуллана торған таҡталар йыйылмаһы ла, ҡалаҡтар, ҡапҡастары менән бәләкәй генә һауыттар, сыйырсыҡ оялары… Мәктәптәге «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә теләп шөғөлләнә бит.

Эштәре хайран ҡалдыра

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыларының һәр яҡлап та оҫта булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ! Ырғаҡ, энә менән бәйләү, тегеү, сигеү тиһеңме – барыһы ла ҡулдарынан килә. Белем усаҡтарында ниндәй генә осрашыу кисәһе, саралар уҙғарылмаһын, уларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе күҙҙең яуын алып, килгән ҡунаҡтарҙы үҙенә тартып, саҡырып тора.