«Аҙна һайын – отош»

Был матур сәғәт Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ мәктәбе уҡытыусыһы Зөһрә Йәнтүринаға тапшырыласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, ул йыл һайын мәктәптәрендә «Йәншишмә»гә яҙылыуҙы ойоштора. Быйыл да байтаҡ ҡына уҡыусылар гәзитте өйөнә алдыра. Зөһрә Фәнил ҡыҙын бүләге менән ҡотлайбыҙ. Эшендә уңыштар, матур ял итеүен теләйбеҙ. Бүләкте килеп алғанда паспорт, ИНН һәм СНИЛС күсермәһе кәрәк буласаҡ. Гәзиткә яҙылыу хаҡы – 477 …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош»’ »

Роботтар һабантуйы

Июнь айында һәр ерҙә шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙа. Миңә ошо матур байрамдың ғәҙәти булмағанын – Робоһабантуйҙы күрергә насип булды. Баҡтиһәң, роботтар ҙа баш­ҡорттарҙың милли уйындарын белә икән. Ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес инде. Улар көршәк тә ватты, арҡан да тартты, тоҡ менән дә һуғышты, көрәшергә лә оҫталар бит үҙҙәре! Бәй, ҡолғаға ла үрмәләп баралар түгелме? Эйе …

Continue reading ‘Роботтар һабантуйы’ »

Йәйгеһен хәүеф арта

Әле кисә генә мәктәптәр гөрләп тора ине, ә хәҙер шау-шыу, балалар көлөүе баҫылып, белем биргән йорт тынып ҡал­ған. Ҡысҡырыбыраҡ һөйләшһәң, тауыштар яңғырап китә хатта. Балалар өсөн мәктәптә ойошторолған лагерҙар ҙа ябылды.

Ҡайҙа барырға? Журналистикағамы, африканистикағамы?

Республика уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы. Мәктәпте һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн 12 дәүләт һәм 4 дәүләт ҡарамағында булмаған юғары профессиональ белем биреү учреждениеһы ишектәрен асты. Уҡырға инеү шарттары буйынса, документтарҙы тапшырғанда Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен көтөү мотлаҡ түгел. Буласаҡ студенттар уҡырға инеү өсөн тейешле документтарын 5 төрлө уҡыу йортона һәм …

Continue reading ‘Ҡайҙа барырға? Журналистикағамы, африканистикағамы?’ »

Нисек судья булырға?

Судья эше күп уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. Бәлки, һеҙҙең арағыҙҙа ошо һөнәрҙе һайларға теләүселәр ҙә барҙыр. Тик быға нисек ирешергә белмәйһегеҙҙер. Тап шундай ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн үҙ миҫалымда судья булыу серҙәрен һөйләргә теләйем.

Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы

Йәйге каникулым бик күңелле һауыҡтырыу лагерынан башланып китте. Унда дуҫтарым менән рәхәтләнеп уйнаным, төрлө сараларҙа ҡатнаштым. Ауылыбыҙҙың уңған фермер­ҙарына ҡунаҡҡа бар­ҙыҡ. Мәжит олатай һәм Эльвира инәйҙәрҙең шөғөлдәре менән яҡындан таныштыҡ. Улар үҫтергән ҡыяр­ҙың быйылғы уңышын тәмләп ҡараныҡ.

Мохтаждарға – бушлай кәрәк-яраҡ

Башҡортостанда мәктәп кәрәк-яраҡтарын мохтаждарға бушлай биреү тураһында ҡанун үҙ көсөнә инде. Республикала бындай ғәмәл бер нисә йыл ҡулланылып килә. Әммә ҡануниәт менән нығытылмағайны, ярҙам Башҡорт­остан Хөкүмәте ҡарары менән күрһәтелде. Уҙған йылда 8 меңдән ашыу бала бушлай мәктәп-кәрәк яраҡтары менән тәьмин ителгән. Ошо маҡсатта йыл һайын 20 мил­лион һум самаһы аҡса бүленә. Быйылға һәм киләһе йылдарға …

Continue reading ‘Мохтаждарға – бушлай кәрәк-яраҡ’ »

Электрон әсбаптар

Көйөнөргәме, һөйөнөргәме икән? Рәсәйҙә ҡағыҙ китаптар юҡҡа сығыуы ихтимал. Мәғариф министрлығы «Цифрлы мәктәп» проекты менән таныштырҙы. Уға ярашлы, уҡыусылар ҡағыҙ китаптар урынына электрон әсбаптар ҡулланасаҡ. Проект 2020 йылда һынала башлай. Электрон уҡыу дәреслектәре ярҙамында уҡыусылар ситтән тороп та белем аласаҡ. Ауырыған бала дәрестә үткән тема менән интернет аша танышып, башҡарған өйгә эшен уҡытыусыға тикшереүгә ебәрә …

Continue reading ‘Электрон әсбаптар’ »

Ялығыҙҙа сисегеҙ

Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крf3, Фb5, Сd8, Кg7 (4 фигура), ҡаралар – Крd6, пс7 (2 фигура). Мәсьәләнең авторы – шахмат композициялары буйынса спорт мастеры Марсил Ғафаров (Екатеринбург). Ул 1953 йылда «На смену!» гәзитендә баҫылып сыға.