Мышылар иреккә сыға

Был мышы балаһының «Күләш» ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгендә йәшәүенә өс йыл инде. Ярҙамға мохтаж бәләкәс­те Туймазы районынан килтерәләр. Һәйбәтләп ҡарап тәрбиәләгәс, Степан ҡушаматлы хайуанҡай нығынып, үҫеп етә. Хәҙер үҙен иреккә ебәрергә лә ваҡыт. Әлбиттә, яңы тормошҡа ҡабаттан яраҡлашырға тура килһә лә, тәбиғи шарттарҙа йәшәү уға барыбер һәйбәтерәк буласаҡ. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар көтһә лә, мышыҡай еңеп …

Continue reading ‘Мышылар иреккә сыға’ »

Табылдыҡ

Берҙән-бер көндө әсәйем магазинға йомошҡа ебәргән ине. Ҡараһам, тупһа төбөндә бәләкәй генә бесәй балаһы мыяулап ултыра, әйтерһең, минән ярҙам һорай. Тауышы ла саҡ-саҡ ҡына сыға. Йәлләнем дә алып ҡайттым. Үҙем, нисек ҡарармын, ашатырмын икән, тип аптырайым. Йомшаҡ ҡына урын әҙерләнем, йылы ғына һөт бирҙем, әҙ генә эсте, бахырҡай.

Һаҡсыллыҡҡа өйрәтәбеҙ

«Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң, шуны уҡыр­һың», – тиҙәр. Уларҙы кесе йәштән яҡшылыҡҡа, әҙәп-әхлаҡҡа өйрәтеп үҫтерһәк, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булыр. Һәр балаға тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, ҡоштар һәм хай­уандарға ҡарата йәлләү тойғоһо һәм ихтирамлылыҡ, ағастар һәм үҫемлек­тәргә һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү мөһим. Беҙҙең «Сулпылар» балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә экологик тәрбиә биреү өсөн күп эштәр …

Continue reading ‘Һаҡсыллыҡҡа өйрәтәбеҙ’ »

Эй, бала саҡ, күңелле саҡ!

Яҡшембәт ауыл мәҙәниәт йортонда бөгөн кескәйҙәр күп йыйылғайны. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы Хәйбуллина менән Гөлфиә Зиннәт ҡыҙы Исхаҡова апай­ҙары матур байрам ойошторған бит! Күрше Абдулдан, Яҡуптан, Яңы Юлдан да килеп еткәндәр.

Тыуған көнөң менән, уҡытыусым!

Мәктәбебеҙҙә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөләйха Сәхи ҡыҙы Иманғолованың юбилейына арналған матур сара үтте. Был байрамға уның хеҙмәттәштәре, дуҫтары, уҡыу­сылары саҡырылғайны.

Үҙебеҙҙең Иҙел ағай

Әбйәлил районы Асҡар ауылында «Йыл уҡыусыһы – 2018» конкурсы үткәрелде. Бәйгелә иң шәп, әүҙем, белемле уҡыу­сылар көс һынашты. Ул төрлө этаптарҙан торҙо: портфолио, таныштырыу, «Әбйәлил – тыу­ған яғым» темаһына проект, музыкаль номер. Ошо бөтә һынау­ҙарҙы ла лайыҡлы үтергә кәрәк ине. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Ә Гран-­приға Таһир Күсимов исемендәге гимназияның XI «А» синыфы уҡыусыһы Иҙел Хәкимов …

Continue reading ‘Үҙебеҙҙең Иҙел ағай’ »

«Йондоҙҙар парады»нда

Ташбулат мәктәбендә уҡыу йылын йомғаҡлап, мәҙәниәт йортонда уҡыусыларҙың «Йондоҙҙар парады» булды. Мәктәп директоры Басир Шайморат улы Зәйтүнов сараны асып, белем усағының ғорурлығы булған олимпиада, төрлө конкурстарҙа еңеүсе алдынғы уҡыусыларҙы бүләкләне. Әйтергә кәрәк, улар бихисап ине, араларында Гагарин кубогы, Кесе фәндәр академияһы, спорт ярыштары, юғары уҡыу йорттары уҙғарған бәйгеләр, ҡумыҙсылар, бейеү, шиғыр һөйләү һәм башҡа район, …

Continue reading ‘«Йондоҙҙар парады»нда’ »

Ризаитдин нәсихәттәре

Ризаитдин Фәхретдинов – XIX быуаттың аҙағы – XX быуат башында йәшәгән күренекле ғалим, яҙыусы, мәғрифәтсе, журналист. Ул педагогикаға ла ҙур иғтибар бирә. Тәрбиәгә арналған китаптары мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. Риза Фәхретдиновтың нәсихәттәре бөгөн дә мөһимлеген юғалтмай. Бына шуларҙың бер нисәүһен үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ әле.