«Аҙна һайын – отош»

Был уйында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнаша. Бүләк отоп та ҡыуана күптәре. Бына әле сәй сервизы Хәйбулла районының Әбеш мәктәбе директоры Радмир Вәкил улы Ниғмәтуллинға тапшырылды. – Яңыраҡ ҡына беҙгә өр-яңы 22 урынлыҡ автобус бүләк иткәйнеләр. Шәп вездеход! Уны Өфөнән үҙебеҙ барып алдыҡ. Был автобусҡа беҙҙең юлдарҙан йөрөүе бер ни тормай. Рәхмәт хөкүмәтебеҙгә! Бына …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош»’ »

«Минең өс айым»

Һауа торошо әллә ни шатландырмаһа ла, күңелгә барыбер рәхәт. Шулай булмай, алда – өс айлыҡ каникул! Тәбиғәттең насар көнө юҡ, тигәндәй, теләгән һәр кем уны үҙенсә матурлай ала. Ауыл малайҙары балыҡ ҡармаҡлайҙыр инде. Эре-е-е-ләре эләкһә, был турала «Минең өс айым» конкурсына яҙып ебәрергә онотмағыҙ. Эйе, эйе, йәйге каникул ваҡытында уҙғарыла торған бәйгебеҙ башланды. Һеҙҙән матур-матур …

Continue reading ‘«Минең өс айым»’ »

Өфөлә – «Включайся!» фестивале

6 июндә баш ҡалабыҙҙа «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивале башланғайны. Ул Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың «Офис-Группа» Конгресс-бюроһы булышлығында, «Карусель», «Тамыр» телеканалдары ҡатнашлығында ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн бай һәм йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне. Күренекле режиссёрҙар, журналистар, педагогтар менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурс эштәре буйынса фекер алышыуҙар үткәрелде. Бөгөн ул тантаналы рәүештә …

Continue reading ‘Өфөлә – «Включайся!» фестивале’ »

Мөғжизәле йомортҡа

Рамаҙан айы башланыр алдынан әсәйем тауыҡ ояһынан йомортҡалар йыйып алды. Уның индергәндәре араһында ниндәйҙер яҙыулыһы ла килеп сыҡты. «Бәлки, берәй изге яҙыуҙыр», – тип ситкәрәк һалып ҡуй­ҙыҡ.

Ялҡау ғына зарлана

Эйе, эйе, ялҡау кеше генә эш юҡлығына зарлана. Ә тырышҡан таба, ташҡа ла ҡаҙаҡ ҡаға. Ауыл ерендә егәрле, өлгөр булһаң, бына тигән итеп йәшәргә, аҡса эшләргә була. Яңы Хвалын мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Азат Ҡотлогилдин фәнни-тикшеренеү эше башҡарғанда шундай һығымтаға килгән. Ул ғилми хеҙмәтен үҙ ғаиләһе миҫалында яҙған.

Тормошомда эҙем ҡалһын

Үҙең китһәң, был тормошта эҙең йә булмаһа һүҙең ҡалһын. Берәү ҙә донъяға бушҡа ғына килмәй. Әгәр кеше йәшәй икән, ғүмерен файҙалы итеп үткәрергә тейеш. Бының өсөн ул яҡшы эштәр башҡарырға, башҡаларға ярҙам итергә, иленә, халҡына хеҙмәт итергә бурыслы. Ҡайһы берәүҙәр мәсет йәки күпер төҙөтә, ә мин балалар тырышып уҡыһын өсөн мәктәп һалдыртыр инем.

Фәхрәй мәмерйәһе

Беҙҙең ауыл йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бөтә мәктәп менән төрлө ерҙәргә экскурсияға йөрөргә яратабыҙ. Фәхрәй мәмерйәһенә барҙыҡ, күмәкләп халыҡ уйындарын уйнаныҡ, шифалы һыуҙан сәй ҡайнатып эстек, тирә-йүнде йыйыштырҙыҡ. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыу­сыһы Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова ундағы шишмәнең риүәйәтен һөйләне: «Фәхрәй шишмәһе сыҡҡан урын элек мәмерйә булған. Эстә иркен зал, таш стеналар, шишмә ағып …

Continue reading ‘Фәхрәй мәмерйәһе’ »

Шым! Имтихан бара!

Был уҡыу йылында 20 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыу­сыһы Берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра. Улар араһында үткән йылдарҙа мәктәпте тамамлағандар бар. Ә 2018 – 2019 йыл­ғы сығарылыш синыф уҡыусылары һаны – 18 мең 396. Холоҡ төҙәтеү колонияларында 237 хөкөм ителеүсе имтихан бирә.

Һынамыштар

 Июнь – иң яҡты ай. Донъя сәскәгә күмелгән, йәшеллек күҙҙе иркәләй. Был айҙа тәүге еләк бешә. Эҫе көндәр башлана. Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра торһа, көн боҙола. Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғыш­һа, көн яҡшы торор. Әгәр ҙә үлән еҫе ғәҙәттәгенән нығыраҡ аңҡый икән – ямғырға. Һыу тап-таҙа булып үтә күренеп ятһа – ямғырға.