«Аҙна һайын – отош»

Балаларҙы яҡлау көнөнә – бына тигән бүләк. Салаттар йыйылмаһы Туймазы районының Бишҡурай мәктәбенән Айгизә Абзаловаға сыҡты. Бәхетленең байрамы бергә килә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Айгизә III синыфты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған. Был үҙе, яҡындары өсөн дә оло ҡыуаныс. Ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле дуҫтар, уйын дауам итә, бүләктәр бөтмәгән әле.   Гәзиткә яҙылыу хаҡы – 477 …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош»’ »

Беренсеһе булһа тик шатлыҡлы, моңһоу көйлө уның һуңғыһы

Ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды. Хәйбулла районы мәктәптәрендә лә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Шул тиклем матур үтте тантаналар. Байрам икәнен белгәндәй, ҡояш та йылы нурҙарын йәлләмәне. Быйыл районда туғыҙынсыны – 400, ә ун беренсене 128 уҡыусы тамамлай икән.

Каникул имен үтһен!

Ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй һибә. Көндәр йылы, шундай рәхәт. Тыштан инмәй, оҙон-оҙаҡ саф һауала йөрөһәң дә була. Уҡыуҙар тамамланғас, хәҙер уҡыусыларға өйгә эш тип баш ватаһы ла түгел бит. Өс ай буйына күңелле ял итеү менән бергә, атай-әсәй­ҙәргә йорт эштәрендә ярҙамлашырға, һәр көндө фай­ҙалы һәм матур уҙғарырға мөм­кин.

Мырҙаҡай һәм Сәйетбаба

Өләсәйем бик күпте белә. Ул миңә тарих һөйләргә ярата. Шуларҙың береһен һеҙгә лә яҙам. Элек халыҡ ҡышҡыһын малын һарайҙа тот­ҡан, йәй көнө Мәндем буйына ҡыу­ғандар. Бер бабай менән әбейҙең бер-бер артлы ике ир балаһы тыуа. Мырҙаҡай һәм Сәйетбаба тип исем ҡушалар. Үҫеп еттек, тигәндә генә егеттәрҙең атаһы үлеп киткән. Вафат булыр алдынан ул балаларына васыят …

Continue reading ‘Мырҙаҡай һәм Сәйетбаба’ »

Балалар баҡсаларына иғтибар

Республикабыҙҙа балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 300 миллион һум аҡса бүленә. Был сумма мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында йәсле төркөмдәре ойошто­роу өсөн тотоноласаҡ. 2020 йылға тиклем илебеҙҙә 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн 2 мең ярым урын булдырыласаҡ.

Телде интернет аша өйрәнеп була

Туған телебеҙҙе интернеттан да өйрәнергә мөмкин. «Башҡортостан электрон белем биреү» порталында башҡорт теле курсы урынлаштырылған. Уны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты белгестә­ре әҙерләгән. Курс өс өлөштән тора. Тәүгеһендә 20 дәрес күрһәтелгән. Һәр береһендә грамматикаға бәйле төшөнсәләр, һүҙлек, айырым темаға видеояҙма һәм тикшереү эше бирелгән. Бынан тыш, порталда башҡорт-урыҫ һүҙлеге лә бар, республиканың билдәле …

Continue reading ‘Телде интернет аша өйрәнеп була’ »

Быуат уйынсығын һайлайҙар

Рәсәйҙә «Быуат уйынсығы»н һайлау бара. Интернет аша тауыш биреүҙе «Союзмультфильм» студияһы ойоштора. Конкурс сентябргә тиклем дауам итәсәк. Уның һөҙөмтәләре буйынса һуңғы 100 йыл эсендә сығарылған иң яҡшы уйынсыҡтар һайлана. Һәр береһенә бағышлап почта маркалары сығарыла. Рәсәй уйынсығы тарихы рәсми рәүештә 1918 йылда башлана. 100 йыл элек Мәскәүҙә коллекционер Николай Бартрамдың уйынсыҡтар музейы асыла.

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Ейәнсура районының Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһында балалар төрлө ауылдар­ҙан йыйылып, күптәре бишенсе синыфтан бында белем ала. Шарттар һәйбәт, шуға ла гел алдынғылар сафында улар. Химияны, физиканы тәрәнәйтеп өйрәнә­ләр. Өфө­нән педагогия, нефть-­техник университеттарынан курс үткәрергә киләләр икән. Берҙәм дәүләт имтихандарына бергәләп әҙерләнәләр.

Динле кеше насарлыҡтан йыраҡ тора

Йөйәк халҡы был көндө оҙаҡ көттө. Ниһайәт, иман йорто үҙенең ишектәрен асты. Ауыл тағы ла күркәмләнеберәк киткәндәй, йәм өҫтәлгәндәй булды. Иртәле-кисле яңғырап торған аҙан тауышын ишетеү үҙе генә ни тора! Мәсеттең имам-хатибы Рәхимйән хәҙрәт Ғәләүетдиновҡа рәхмәт инде. Ул – бының өсөн күп көс һалған кеше.