Күмертауҙа – яңы «Автоҡаласыҡ»

Күмертауҙағы балалар йортонда «Автоҡаласыҡ» асылды. Яңы инклюзив балалар май­ҙансығы юл билдәләре, светофорҙар һәм йәйәүлеләр өсөн юл менән йыһазландырылған. Бында ҡыҙҙар, малайҙар юл ҡағиҙәләрен дә өйрәнә ала. Әлеге майҙансыҡтың биҙәлеше һәм элементтары балалар йорто етәкселеге менән берлектә 4-тән 10 йәшкә тиклемгеләр һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн һайланған. Барлыҡ йыһаздар ҙа талаптарға тура килә һәм уларҙың …

Continue reading ‘Күмертауҙа – яңы «Автоҡаласыҡ»’ »

Денис Черышев һоҡландыра!

Рәсәйҙә футбол байрамы дауам итә. Көйәрмәндәрҙең күплегенә хайран ҡалырлыҡ! Африканан да, Көньяҡ һәм Төньяҡ Американан да, Австралиянан да килеп еткәндәр! Стадиондарҙағы төрлө милләт вәкилдәрен күреп, хатта ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Әлдә беҙҙең илебеҙҙә үтә футбол буйынса донъя беренселеге!

«Аҙна һайын – отош»

Баш ҡалабыҙҙағы 166-сы баш­ҡорт балалар баҡсаһы менән дуҫлығыбыҙ өҙөлгәне юҡ. Йыл һайын «Йәншишмә»гә яҙылмай ҡалмайҙар. Был йәһәттән уның мөдире Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғоловаға рәхмәтлебеҙ. Әлеге ярты йыллыҡта ла яҙылыусылар күп кенә ине. «Аҙна һайын – отош» уйынында ла ҡатнаштылар. Бына әле тәрбиәсе Лилиә Зиннур ҡыҙы Әлмөхәмәтова сәй сервизын отто. Ҡотлайбыҙ!

Мәктәп һабантуйы

Көтөп алған йәй ҙә етте. Күңелле каникул бара. Кемдәрҙер мәктәп янындағы көндөҙгө лагерға йөрөй, икенселәр баҡсала эшләй. Ә берәүҙәр рәхәтләнеп уйнай, ата-әсәһенә ярҙам итә, туғандарына ҡунаҡҡа бара.

Беҙ үҙебеҙ – Ибраһим-йомрандар

Борон әлеге Өфө урынлашҡан бейек тауҙа минең ата-бабаларым йәшәгән икән. Эйе, тап тау­ҙа, Дуҫлыҡ монументы тирәһендә, беҙҙең ауыл булған, тик ҡаланы төҙөй башлағас, Ағиҙел аша сығып, Шыпау тауҙары, Ҡы­ҙыл­ғы йылғаһы буйына күсеп киткәндәр. Мин Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы тарихын һөйләргә теләйем. Ул боронғо башҡорт ауылдарының береһе булып һанала. XVI быуатта, бәлки, унан элегерәк тә нигеҙләнгән, …

Continue reading ‘Беҙ үҙебеҙ – Ибраһим-йомрандар’ »

Алма ағасынан алыҫ төшмәй

Искәндәр, Исмәғил, Зөлхизә, Зөләйха… Исемдәре ниндәй матур! Бер туғандар улар. Алла бирһә, ҙурайып, үҙ тормоштарын ҡорһалар, ярҙамлашып, бер-береһенә терәк булышып, донъя көтәсәктәр. Ә әлегә Юлиә һәм Ирек Ғәлиевтәрҙең матур ғаиләһендә атай-әсәйҙәренең бәхете, шатлығы булып, ҡанат нығыталар. Ғаилә башлығы Ирек Хөрмәтулла улы – Йылайыр районының Һултантимер ауылынан, ә Юлиә Рәйес ҡыҙы – Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан. …

Continue reading ‘Алма ағасынан алыҫ төшмәй’ »

Мин бәхетле!

Бәхет… Нимә ул? Ошо биш хәрефтән торған һүҙҙе һәр кем үҙенсә аңлай. Берәүҙәр аҡсаһы, байлығы булһа, үҙҙәрен бәхетле итеп тоя. Нимә генә тимә, уны ғаиләһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Атай-әсәйеңдең һау-сәләмәт булыуы, туғандарыңдың имен йәшәүе – бына ошо ул ысын мәғәнәһендә бәхет.

Яратҡан йолаларыбыҙ бар

Беҙҙең ғаиләбеҙҙә биш кеше: уңған атайым, егәрле әсәйем, яғымлы апайым, тоғро ағайым һәм мин. Уларҙың барыһын да яратам. Атай-әсәйем – ябай ауыл кешеләре, икеһе лә – ишле ғаиләнән. Олатайым да, өләсәйем дә күп йылдар, Аллаға шөкөр, һау-сәләмәт, татыу ғүмер итә. Йортобоҙҙа наҙ, һөйөү генә йәшәй. Атайым ҡул эшенә бик оҫта. Үҙен балта оҫтаһы, тип маҡтар …

Continue reading ‘Яратҡан йолаларыбыҙ бар’ »

Дан музейы – беҙҙең ғорурлыҡ

Белем усағыбыҙ данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Фёдор Белов исемендәге урамда урынлашҡан. Ошо юғары исемгә лайыҡ булған бер­ҙән-бер яҡташыбыҙ хаҡында мөмкин тиклем күберәк белгебеҙ килә.