Миҙалдарының иҫәбе-һаны юҡ

Был миҙалдарҙы үлсәһәң, ауырлығы күпме булыр ине икән? Байтаҡ ҡыналыр, эйеме? Уларҙың барыһын да ошо нәзәкәтле генә ҡыҙ – Карина Ғайнанова яулаған. Хәҙер ун йыл инде ул карате менән шөғөлләнә. Карина тураһында күптән ишеткә­нем булһа ла, үҙен күреп һөйләшергә бер ҙә форсат теймәгәйне.

«Илһам»дан илһам алып…

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның баш­ҡорт филологияһы факультеты йыл һайын баш­ҡорт телендә «Илһам» конкурсы үткәрә. Һәләтле балалар үҙәге менән берлектә уҙғарыла ул. Бәйге VIII – XI синыф уҡыусылары өсөн ойошторола. Башта дистанцион рәүештә ике этапты үтергә кәрәк. Ә ин­де еңеүселәрҙе Өфөгә са­ҡыралар.

Мөхәббәттән булмай ҡасып

Һөйөү. Мөхәббәт. Бәхет. Ҡайһы саҡта улар тик әкиәттә, китаптарҙа ғына була, тип уйлап ҡуяһың. Һәр кемдең беренсе мөхәббәт кисерештәре, хистәре, тылсымлы бер моң кеүек, йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана.

Һөйгәнемә хат

Һаумы, берҙән-берем, ярат­ҡаным! Ошо хатты уҡып, бәлки, уй-хистәремде аңлар­һың. Интернатҡа килгәс, тәү күреүҙән оҡшаттым да өс йыл инде һине генә уйлап йәшәйем. Ҡайҙа ғына бар­һам да, күҙ алдымдан китмәйһең. Үҙең менән һөйләшкәндә лә тәнем сымырлап, ҡаушап ҡалам, әйтергә теләгән һүҙҙәрем онотола. Уҡырға ла һине күрергә генә килгән кеүекмен.

Күңелдәрҙе наҙлай ҡурай моңо

Октябрьскийҙа республиканың мәҙәни тормошонда матур бер йолаға әүерелгән Ҡурай байрамы булып үтте. Нарыштау итәктәрен төйәк иткән гүзәл ҡала инде 18-се тапҡыр Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән һәүәҫкәр музыканттарҙы, талантлы ҡурайсыларҙы үҙенә йыйҙы.

Сәсәнгә тиң кем булыр?

Районыбыҙҙа мөнәжәтселәр конкурсы уҙғарылды. Өлкәндәр менән бер рәттән был күркәм сара­ла балалар ҙа ҡатнашты. Уҡыу­сылар араһында Ас­ҡар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Гөлнур Илья­сова еңеүсе булһа, Рысҡужанан Илдар Мәһәҙиев – икенсе, Ишҡолдан Азамат Һаҙыев өсөнсө урынға сыҡты.

Арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ

Ҡәҙерле дуҫтар! 10-ынан 20 майға тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө бара. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып, «Йәншишмә»гә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ. Гәзитебеҙҙең индексы – П2765. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 420 һум 42 тин.

«Аҙна һайын – отош»

Был аҙнала кемдәр бүләк хужалары булды, тиһегеҙме? Сибай­ҙағы интернат-гимназиянан баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова менән Әбйә­лил районы Теләш ауылынан Рина Бәшәровалар. Икеһенә лә сәй сервизы тапшырылды. Уларҙы ҡотлайбыҙ, гәзиттән айырылмауҙарын теләйбеҙ. Уйын дауам итә. Бүләктәр ҙә көтә. Кемегеҙ отор икән?