«Бирешмә»ләр ярҙамға ашыға

Баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Бирешмә» төркөмөнөң тәүге айырым концерты үтте. Ул Ғафури районы Красноусолдағы 2-се мәктәптең VII синыф уҡыусыһы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән Руслан Шәрәфетдиновҡа ярҙам итеү ниәте менән ойошторолғайны. Рамаҙан айында бик изге эш баш­ҡарҙылар.

Уҡыу алдынғылары тәбрикләнде

Мәктәбебеҙҙә уҡыу алдынғылары слёты уҙғарылды. Был сарала тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән 60 уҡыусы, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Ҡасандыр беҙҙә уҡыған, хәҙер инде етәксе урындарҙа эшләгән, мәктәп менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны.

Ҡаҙағстан ҡунаҡтары

Яңыраҡ Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Мәскәү педагогтары булып, тәжрибә уртаҡлашып киткәйне. Әле бына үткән аҙнала Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар килде. «Мөлдөр булаҡ» ҡаҙаҡ балалар журналының баш мөхәррире, шағир Саят Камшыгер һәм уның тормош иптәше, филология фәндәре докторы, ҡаҙаҡ милли сәнғәт академияһы докторы Әлиә Баяздыкова менән осрашыу булды. Улар Башҡортостанға йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың саҡырыуы буйынса …

Continue reading ‘Ҡаҙағстан ҡунаҡтары’ »

Үҙебеҙҙең ирекмәндәр бар

Быйылғы йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы Дауыт Юлтый исемендәге китапханала ла әүҙем эш алып барыла. Һәр теләгән уҡыусы ирекмән булып китә. Улар иҫке китап, журналдарҙы ипкә килтереүҙә, өйҙәренән сығып йөрөй алмаған ололарҙы, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикле булғандарҙы китаптар, гәзит-журналдар менән тәьмин итеүҙә ярҙамлаша.

Тәкәл тауы

Беҙҙең гүзәл Йәнтеш ауылының ҡап уртаһында тирә-яҡты йәмләндереп, Тәкәл тауы ғорур баҫып тора. Ул йыраҡтан килгән юлсыларҙы сәләмләп ҡаршы ала һәм хушлашып оҙатып ҡала кеүек. Йәй көнө та­уыбыҙ аллы-гөллө сәскәгә күмелә, ә ҡышҡыһын ап-аҡ юрғанға төрөнә. Уның башынан ауылыбыҙҙың бөтөн күркәмлеге күренә. Йәй ҙә, ҡыш та балалар тауҙа уйнай, ҡышҡы ҡарлы көндәрҙә рәхәтләнеп сана, саңғы …

Continue reading ‘Тәкәл тауы’ »

Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләйек, «Йәншишмә»не уҡып үҫәйек!

Күптән инде Баймаҡ районының Билал мәктәбе уҡыусылары «Йәншишмә» менән дуҫ йәшәй. Наҙгөл Күсәрбаева менән Айсулпан Мөхәмәтйәновалар гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булды. Әле лә дуҫлыҡ ептәре нығынғандан-нығый бара. 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына өсөнсөләр (синыф етәкселәре – Эльмира Морат ҡыҙы Ғәбдрәшитова) синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылып һөйөндөрһә, әле икенсе ярты йыллыҡҡа – бишенселәр (синыф етәкселәре – …

Continue reading ‘Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләйек, «Йәншишмә»не уҡып үҫәйек!’ »

Күңелле йәшәйбеҙ

Ауыл китапханаһы менән мәктәп тығыҙ бәйләнештә. Әле күптән түгел генә бергәләп аҙналыҡ үткәреп ебәрҙек. Тәүге көндө икенсе синыф уҡыусылары (етәкселәре – Флүрә Яруллина) беҙгә килеп, Кеҫә телефоны көнөн билдәләне. Китапханала булған сараны «Телефон­һыҙ бер көн» тип атаныҡ. Уҡыусылар ике командаға бүленеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Шиғырҙар, йырҙар, йомаҡтарҙы иҫкә төшөрҙө. Китаптар буйынса фекер алышты. Телефонһыҙ ҙа …

Continue reading ‘Күңелле йәшәйбеҙ’ »

Кескәйҙәр күрһәтә тамаша

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы 2010 йылдан үткәрелеп килә. Ул төрлө халыҡ әкиәттәрен башҡарыусы йәш таланттарҙы үҫтереү, халыҡ ижады аша балаларҙа туған телгә, мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған был бәйгелә быйыл 500-гә яҡын бала һәм 100-гә яҡын фольклор коллективы ҡатнашты.

Бишенсе тур

Туғыҙынсы мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа дүрт йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крd5, Лd8, Сf2, Кb7, пb5 (5 фигура), ҡаралар – Кре7, пd6 (2 фигура). Авторы – билдәле шахмат композиторы С. Лойд. Мәсьәлә көслө аҡ фигураның ҡорбан ителеүе менән сиселә. Ике вариантты ла күрһәтергә.