Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

10 майҙан “Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө” башлана. Ул 20 майға тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була. Ун көнлөк барышында “Йәншишмә”гә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 420 һум 42 тин торасаҡ, йәғни 60 һумға яҡын аҡсағыҙ кеҫәгеҙҙә ҡаласаҡ, тигән һүҙ. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ, дуҫтар!

«Аҙна һайын – отош»

Ыҡсым, уңайлы термо-көрөшкә баш ҡалалағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан VI «В» синыфы уҡыу­сыһы Таңсулпан Латиповаға сыҡты. Уны бүләге менән ҡотлайбыҙ һәм уҡыу йылын һәйбәт билдәләргә генә тамамлауын теләйбеҙ.

Үҙебеҙҙең «Йәншишмә»-шоу»!

Балалар был көндө көтөп алды. Тамаша залы шығырым тулы. Алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, тиһәк тә һис хата булмаҫ. Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһына осрашыуға «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән бергә балаларҙың яратҡан йырсылары Илнур Рамаҙанов һәм Гөлгенә Баһауетдинова ла килде бит!

Тыныслыҡтың хаҡы ҡиммәт

Йәйге матур көн. Зәңгәр күктә ҡояш йылмая. Хуш еҫле аҡланда үлән күпе­реп үҫкән. Ҡоштар һайрай. Бер төркөм ауыл кешеләре бесән эше менән мәшғүл. Ә йәш-елкенсәктең сыр-сыу килгәне, бер-береһен мәрәкәләшеүе, ҡыҙ­ҙарҙың йырлаған тауыштары яңғырап тора.

Донъялар имен торһон

Олатайым Ҡәһәрмән Сәйетғәлин Юлдаш ауылында тыуып үҫә. Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары ябырылғас, иллеләгән ир-егет фронт­ҡа китә. Улар араһында Ҡәһәрмән олатайым да була. 112-се Башҡорт атлылары дивизияһына эләгә. Командиры Таһир Күсимов менән бергә батырҙарса һуғыша. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп кенә миҙалдар менән наградлана.

Рәхмәт һиңә, олатай!

1941 йылдың йәмле йәй көндәренең береһендә Тыуған илебеҙгә ҙур бәлә килә – һуғыш башлана. Ул бер ниндәй ғәйеп­һеҙ кешеләр башына оло ҡайғы алып килә. Һәр ғаилә юғалтыуҙар кисерә. Беҙҙең яҡындарыбыҙҙы ла урап үтмәй.

Аҡбай шишмәһе

Бер ғаилә аслыҡ ваҡытында өйҙәренән сығып китә. Әсәйҙәре һәм өс бәпесе үҙҙәре менән Аҡбай тигән эттәрен дә эйәртә. Бик алыҫ араны үтеп кил­гәс, хәлдәре бөтөп, урман уртаһында ял итергә туҡтайҙар. Был урындан башҡаса ҡуҙғалып китә алмайҙар. Аслыҡтан үлеп ҡалалар. Тора-бара улар вафат булған ерҙән шишмәләр урғып сыға. Иң тәрәне һәм иң шифалыһы Аҡбай ятҡан ерҙәгеһе …

Continue reading ‘Аҡбай шишмәһе’ »

Ата-әсәләр форумы

19 майҙа Өфөлә II республика ата-әсәләр форумы үтә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, уның программаһы республика һәм федераль кимәлдәге күп кенә эксперттар, практиктар ярҙамында әҙерләнә һәм бик сағыу, файҙалы, ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле булырға оҡшай.

Бала ҡараусы кәрәкһә…

Өфөнөң Ленин районындағы ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам итеү бүлегендә 3 йәшкәсә балаларҙы бушлай ҡарап торорға әҙерҙәр. Хеҙмәт өйҙә күрһәтелә. Баланы социаль хеҙмәткәр менән аҙнаһына ике тапҡыр 2,5 – 3,5 сәғәткә ҡалдырырға була.

Эльбрус Ниғмәтуллин ярышҡа саҡыра

12 майҙа Өфөлә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр көс экстримы буйынса «Башҡортостан батыры» бәйгеһе ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн Баш­ҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 12 көслө атлет килә.