Йәш ҡәләм оҫталары ярышты

Яңыраҡ Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында 2-се төбәк-ара «Илһам» балалар ижады конкурс-фестивале уҙҙы. Был сараны икенсе йыл рәттән Мәүлит Ямалетдинов етәкселегендәге «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштора.

Биреле утар

Башҡортостаныбыҙҙа ике ауыл Муллаҡай тигән данлы исемде йөрөтә. Уларҙың береһе баш ҡалабыҙ Өфөнән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ята, ә икенсеһе иһә – Һаҡмар йылғаһы буйында. Мин хал­ҡыбыҙҙың йырҙарында бихисап маҡталған ошо йылға ярында урынлаш­ҡан ауылда тыуғанмын һәм бала сағымды үткәргәнмен. Муллаҡайҙа бер тиҫтә йыл ғына йәшәп китһәм дә, ул күңелемдә мәңгелеккә урын алған. Мин һеҙгә, ҡәҙерле …

Continue reading ‘Биреле утар’ »

Беҙҙә – «Юлтый уҡыуҙары»

Күренекле башҡорт яҙыу­сыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы «Ҡурай сәскәһе» моделле китапханалар комплексында «Юлтый уҡыу­ҙары» аҙналығы ойошторолдо.

«Китапхана эңере»ндә

Баш ҡаланың 40-сы моделле китапханаһында «Китапхана эңере» тигән акция үткәрҙек. Уның программаһы бик ҡыҙыҡлы һәм бай булды. Китапхананың ирекмәндәре «Хайуандар өсөн дауа­хана» исемле ҡурсаҡтар спектаклен күрһәтте. Ә музыка колледжының V синыф уҡыу­сыһы Радмир Ғәзизов оригами, яҙғы сәскәләрҙе эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бир­ҙе.