Ҡымыҙ

«Яҙ көнө ҡара тупраҡлы ер хуш еҫтәр бөркөп торған һутлы үлән менән ҡапланғас, ә ҡыш буйы ныҡ ябыҡҡан бейәләр көрәйгәс, барлыҡ арандарҙа ҡымыҙ әҙерләү башлана. Сабыйҙарҙан алып ҡарыуһыҙ ҡарттарға тиклем, кем эсә ала, бөтәһе лә ошо шифалы, аҫыл батырҙар эсемлеген эсәләр һәм ғәжәп хәл: һалҡын ҡыштың ауырыу сырхауҙары ла юҡҡа сыға, хатта ҡартлыҡтан һурылған, тартылған …

Continue reading ‘Ҡымыҙ’ »

«Ер хужаһы» кем?

Ауылдарҙа эш булмағанлыҡтан, бөгөн күпселек йәштәрҙең ситкә ылығыуы һәм ерҙәребеҙҙең етемһерәп ҡалыуы, тыуған тупраҡҡа ҡәҙер-хөрмәт юғалыуы ҙур борсолоу уята. Ә бит туған телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышы уның менән бәйле лә баһа! Үҙ тупрағыбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе юғалтыу телебеҙҙән, бер милләт, бер халыҡ булып йәшәүебеҙҙән яҙыуға тиң, тип уйлайым мин. Бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич: «Тупраҡ ҡәҙерен аңламау беҙҙең …

Continue reading ‘«Ер хужаһы» кем?’ »

Дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ

Синыфыбыҙҙа барлығы 15 уҡыусы: 5 малай, 10 ҡыҙ. Синыф етәксебеҙ Гөлфирә Нурислам ҡыҙы Бикбулатова беҙҙе урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән дә уҡыта. Үҙен бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм уға оҡшарға тырышабыҙ. Арабыҙҙа «дүртле» һәм «бишле»ләргә генә өлгәшеүселәр байтаҡ. Улар: Диера Илһамова, мин, Гөлсибәр Вәлиева, Ильяс Булатасов, Рәлиф Бикташев, Миләүшә Шаһморатова, Илнар Һибәтуллин, Эльвина Мәжитова, Наҙгөл Сәғитовалар. …

Continue reading ‘Дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ’ »

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ!

Донъя көткәндә һәр минуттың ҡәҙерен белеп, яҡын-тирәләге кешеләргә, тәбиғәткә йышыраҡ күҙ һалып, мохтаждарға ярҙам итеү – һәр кемдең бурысы. Быйылғы Ирекмәндәр йылында был айырыуса мөһим. Улар үҙҙәренең сафына бик күп йәштәрҙе йәлеп итә. Ысын күңелдән башҡарылған эш йөрәккә барып етә.

Сәйәхәттә күпте белделәр

2-се мәктәптең I «В» синыфы уҡыусылары Лилиә Рәсим ҡыҙы Фәхретдинова етәкселегендә Туймазы ҡалаһының янғын һүндереү бүлексәһенә сәйәхәткә барҙы. Уның маҡсаты уҡыусыларҙы ошо һөнәр эйәләре менән таныштырыу, һәр ерҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ икәнен аңлатыу ине. Балалар янғын һүндереү машиналарының ни өсөн ҡыҙыл төҫтә, ҙур булыуын, утлы ғәрәсәт менән нисек көрәшергә һәм уны нисек һүндерергә кәрәклеге …

Continue reading ‘Сәйәхәттә күпте белделәр’ »

Ҡыҙҙар-егеттәр үҙ ҡалаһын яҡлай

Беҙҙә йәштәр мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йорто була тороп, үҙебеҙҙә ҡалыуҙы артыҡ өнәп бармай. Перспектива юҡ бит, тип ебәрәләр. Бәлки, бер аҙ дөрөҫлөк тә барҙыр. Ысынлап та, һуңғы ун йыл эсендә генә ҡалабыҙҙа унлаған предприятие ябылды. Шуға күрә лә күпселек юғары белем алырға Рәсәйҙең эре ҡалаларына юллана һәм дипломлы булғас, тыуған яғына ҡайтыуҙы кәрәк тапмай. …

Continue reading ‘Ҡыҙҙар-егеттәр үҙ ҡалаһын яҡлай’ »

Йәш белгестәр баһа алды

Беҙҙең районда бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар бихисап. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Өлкән, тәжрибәле уҡытыусыларҙан йәш белгестәр ҙә ҡалышмай.

Чипсы нисек барлыҡҡа килгән?

Балалар яратҡан чипсы 1853 йылдың 24 авгусында АҠШ-та осраҡлы ғына рәүештә уйлап табыла. Ул ваҡытта Джордж Крам Саратога-Спрингс шифаханаһының Moon Lake Lodge ҡунаҡханаһындағы ресторанда шеф-ашнаҡсы булып эшләй. Бер көндө Вандербильдт исемле тимер юл буйынса аҡһөйәк, ҡурылған картуфығыҙ ҡалын туралған, тип ризыҡты кире ҡайтара. Ашнаҡсы ризаһыҙлыҡ белдереүсене шаяртып, бер аҙ үсен дә ҡайтарырға теләй. Уйлап таба …

Continue reading ‘Чипсы нисек барлыҡҡа килгән?’ »

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

Ҡош – ҡанаты, кеше дуҫтары менән көслө, тиҙәр. Беҙҙең VII «А» синыфы ла үҙ-ара татыу, берҙәм, бер-беребеҙ өсөн утҡа-һыуға инергә әҙербеҙ. Баш­ҡорт интернат-гимназияһына бөтәбеҙ ҙә 2015 йылда V синыфҡа уҡырға килдек. 21 уҡыусыбыҙ. Барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә ҡарата талапсан, иғтибарлыбыҙ.

Дан музейын күрҙек

Баш ҡаланың 232-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тәрбиәселәре, ата-әсәләре менән бергәләп республика Хәрби Дан музейына сәйәхәткә барҙы. Унда Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күпте белделәр. Бинаның үҙендә ҡуйылған экспонаттар ҙа дәһшәтле йылдарҙы хәтерләтә ине. Музей залындағы хәрби кейем-һалымдар, ҡорал өлгөләре ҡыҙҙар, малайҙарҙы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Альбина АРЫҪЛАНОВА, балалар баҡсаһы мөдире. Динара МУСИНА, өлкән тәрбиәсе. Өфө ҡалаһы.