Еңеү көнө

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ Болондарҙы күмеп майҙың Нәфис гөлөнә, Еңеү көнө балҡып килде Тыуған илемә! Тик еңеү үҙенән-үҙе Килмәне ергә; Уны яҡлап ҡаһармандар Көрәште бергә! «Мәңгелек дан!» — тигән кеүек Батыр халҡыма, Май ҡояшындай нурланып, Байраҡ талпына!

Парад ҡарарға барабыҙ

Киноларҙа ғына күргәнем бар, Уҡып ҡына беләм hуғышты. Ә шулай ҙа «hуғыш» hүҙе мине Тетрәндерә, ҡыҫа hулышты. Һәр көн иртән әсәй, улым, тиеп Башҡайымдан hыйпап уята. Ә ҡайҙалыр hуғыш бара, мине Ауыр хистәр борсой, уйлата…

«Аҙна һайын – отош»

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы гөрләп торҙо. «Йәншишмә»гә яҙылыусы синыфтар араһында «Аҙна һайын – отош» уйыны үтте! Бүләк тә шәп. 12 әйберҙән торған бик матур сәй сервизы. Кемдәр отор икән уны? Бына уйын башланып та китте. Йәрәбәне III «Б» синыфынан Байрас Бикбаев тартып сығарҙы. V «В»ларҙы ҡотлайбыҙ. Бүләк – уларға! Хәҙер төрлө байрамдар үткәргәндә, …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош»’ »

Өмөт

Һуғыш тураһындағы мәхшәрҙе әле дәреслектәрҙән генә уҡып беләбеҙ. Ә бит беҙҙең дә ҡарт ҡартатайҙарыбыҙ унда ҡатнашҡан һәм күптәре Тыуған илен дошман ҡулына бирмәҫ өсөн ҡыйыу һуғышып, яу яланында ятып ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышына киткән ҡартатаһы тураһында миңә әсәйем һөйләне. Уға был иҫтәлекте үҙенең ҡартәсәһе ҡалдырған.

Хәйерниса күпере

Әбделмәмбәт – районыбыҙҙа иң ҙур ауылдарҙың береһе. Әлбиттә, ул эшсән, уҡымышлы кешеләре менән дан тота. Аҫаба халыҡ Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре йәшәй бында. Аҫабалыҡ халыҡтың тел байлығында, милли йолаларҙа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә сағыла.

Тылсымлы мәл

Яҙ – тылсымлы һәм серле мәл. Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна. Көндәр оҙоная бара. Ҡояш нығыраҡ йылыт­ҡан һайын ҡыйыҡтар­ҙан тамсылар тама, ҡар­ҙар ирей һәм урамдар­ҙан гөрләүектәр аға. Балалар кәмә йөҙҙөрөп уйнай, турғайҙар һыу эсеп, сырҡылдашып йыуына.

«Рәсәй һыуы» акцияһы

Апрель башынан һыу ятҡылыҡтарын һәм уларҙың ярҙарын таҙартыу буйынса «Рәсәй һыуы» акцияһы башланғайны. Ул 15 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Уҙған йылда был сарала Рәсәйҙең 80 төбәгенән 1 миллион 500 кеше әүҙемлек күрһәткән. Барлығы 10 мең һыу ятҡылығы таҙартылған, ҡатнашыусылар тарафынан 239,5 мең кубометр сүп-сар йыйылған. Акция һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан, Ингушетия, Хакасия, Мордовиянан ғына ҡалышып, дүртенсе …

Continue reading ‘«Рәсәй һыуы» акцияһы’ »

Һәйкәлдәр яҡлауға мохтаж

Республикала тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау айырым тәртип буйынса башҡарыласаҡ. Ул биләмәләрҙең сиктәрен аныҡлау өсөн кәрәк. Беҙҙә тәбиғәт һәйкәлдәре 40 – 50 йылдар элек барлыҡҡа килгән, әммә ул саҡта сиктәре, майҙандары, урынлашҡан ерҙәре асыҡ билдәләнмәгән. Хәҙерге закон буйынса тәбиғәт паркы, дәүләт заказниктары эсендә айырым тәбиғәт һәйкәле була алмай. Ул һаҡланған тәбиғәт биләмәһендәге объект тип билдәләнә. Яңылыҡ республика …

Continue reading ‘Һәйкәлдәр яҡлауға мохтаж’ »