Мин – умырзая

Нәҫер Бәләкәй генә ҡалҡыулыҡта былтырғы ҡороған япраҡтар аҫтынан ипләп кенә башымды ҡалҡытам. «Ниндәй рәхәт тын алыуы, ниндәй саф һауа!» – тип уйланым мин. Тик күҙемде асманым. Шаян яҙғы елдән, һыуыҡ тейеүҙән ҡурҡтым. Ләкин оҙаҡ ултырырға тура килмәне: ҡояштың йылы нурҙары иркәләп битемдән һыйпаны.

Тамсыҡай

Нәҫер Мәктәптән ҡайтып киләм. Көн шул тиклем йылы, зәңгәр күктә ҡояш көлә, тау баштарынан гөрләүектәр аға. Мин резина итектәр кейеп алғанмын да юл буйлап күләүектәрҙе тас та тос килтереп атлайым.

Бабич

Билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Бабич» романын тамамланы. Һеҙгә ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Роман тулыһынса «Ағиҙел» журналының быйылғы 6-сы һанында баҫыла башлай. Өҙөктә ҡаҙаҡтарҙың Бабичты урлап, баҙға бикләп ҡуйыуҙары хаҡында бәйән ителә.

Үҙебеҙҙең «Азамат»

Байназар ауылында күп йылдар элек барлыҡҡа килгән «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбле районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың данын арттырып йәшәп килә. Уны 1999 йылда Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова ойошторған. Тәүге уңыштарын 2002 йылда Учалы районында республика кимәлендә үткән «Башҡортостан ынйылары» фольклор конкурсында яулайҙар. Унда II дәрәжә диплом менән бүләкләнәләр.

«Аҙна һайын – отош»

Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбе уҡыу­сылары, уҡытыусылары барыһын да уҙҙырҙы. «Йәншишмә»гә икенсе ярты йыллыҡҡа 20 кеше яҙылып, беҙҙе бик ҡыуандырҙылар. Уларға афариндан башҡа ни әйтәһең инде! Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын – отош» уйынын да бында үткәрергә булдыҡ. X синыф уҡыусыһы Карина Хәсәнова берешәрләп бүләктәрҙе күрһәтеп торһа, мәктәп китапханасыһы Гүзәл Салауат ҡыҙы Абдуллина, йәш хәбәрсебеҙ …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош»’ »

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Был акциябыҙҙы дауам итәбеҙ. Былтыр баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары гәзит сығарышырға ярҙам иткәйне. Ә был юлы тәжрибәбеҙҙе Өфөнән ситтә үткәреп ҡарарға булдыҡ. Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбенең V – VIII синыф уҡыусылары редакциябыҙҙың компьютерҙа вёрсткалау буйынса инженеры Гөлфирә Ҡарағужина менән «Ғаилә усағы» махсус сығарылышын әҙерләргә ихлас тотондо. Ниндәй материалдарҙы һайлап алырға, гәзит ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк бул­һын …

Continue reading ‘«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»’ »

Тәртип таҙалыҡтан башлана

Һәр яҙ һайын баш ҡалабыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр ойоштороу матур йолаға әүерелде. Быйыл да был изге эшкә дәррәү тотондоҡ. Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, урамдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы иғлан ителде һәм ул «Төҫлө өмәләр» проекты сиктәрендә үтә. Был юлы күләмле сара Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылына арналды.

Шәжәрәмде өйрәнәсәкмен

Әле мин ҡалабыҙҙың иң һәйбәт мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусыһында уҡыйым. Кеше үҙенең ете быуынын белергә тейеш. Ә мин? Бер ни әйтә алмайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәйем дә шәжәрәһен өйрәнмәгән. Шуға оят булып китте. Был хаҡта ауыл­ға бар­ғанда оло ҡарт­әсәйемә әйттем.