Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләбеҙ

Нимә ул дуҫлыҡ? Бер көндө үҙемә шундай һорау бирҙем. Минеңсә, дуҫтар бер ваҡытта ла бер-береһенә ауыр һүҙ әйтмәй. Улар һәр саҡ бергә, татыу, тоғро булырға тейеш. Шуның өсөн дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Дуҫ – ул иң һәйбәт кеше. Гел ярҙам итергә әҙер. Уға ышанырға кәрәк. Дуҫтарҙы кейеменә ҡарап һайлап алмайҙар.

Дүртенсе тур

Етенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крb7, Лd4, Кс6, па2 (4 фигура), ҡаралар – Крb5 (1 фигура). Был мәсьәләнең авторы – Ф. Форс­тер (1894). Аттың ҡыҙыҡлы йөрөшө менән сиселә.

Тылсымлы әкиәт донъяһында

Баш ҡаланың Дим районы буйынса ойошторолған «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының гала-концерты 102-се башҡорт гимназияһында гөрләп уҙҙы. Унда 13 балалар баҡсаһынан 42 кескәй бала һәм 8 мәктәптән 71 башланғыс синыф уҡыусыһы ҡатнашты.

Ҡар һыуына барҙыҡ

Манышты ауылының «Шиш­мәкәй» балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, иртәлектәр йыш үткәрелә. Яңыраҡ «Ҡар һыуына барыу» йолаһы күрһәтелде. Байрамда ата-әсәләр ҙә, кескәй­ҙәребеҙ ҙә ихлас ҡатнашты.

Бергә-бергә күңелле

Ғәзиз олатайым менән Сәмиға өләсәйем йәш саҡтарында фермала эшләгән. Ялға сыҡҡас, олатайым Анапала, Һарытау­ҙа, Омскиҙа, Волгоградта бул­ған. Шул яҡтарҙан бик күп бүләктәр алып ҡайта. Өләсәйем дә, олатайым да беҙҙе ныҡ ярата.

Китапханала – ҡурсаҡ театры

Ауылыбыҙ китапханаһында мәктәптең III синыф уҡыусылары менән ҡурсаҡ театры түңәрәге ойошторҙоҡ. Тәүҙә китапханасы Финиза Ғайса ҡыҙы Әбделғужина ҡурсаҡтар, театр тураһында һөйләне. Сәхнәләштереү өсөн «Эт нисек үҙенә хужа тапты?» тигән әкиәтте алырға булдыҡ. Бөтәһенә лә ролдәр етһен өсөн хатта үҙебеҙ бер нисә персонаж да өҫтәп ебәрҙек. Ҡурсаҡтарҙы ҡул аҫтындағы бөтә йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ҡулайлаштырып эшләнек, етмәгәндәрен үҙебеҙ …

Continue reading ‘Китапханала – ҡурсаҡ театры’ »