«Аҙна һайын – отош»

Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбе уҡыу­сылары, уҡытыусылары барыһын да уҙҙырҙы. «Йәншишмә»гә икенсе ярты йыллыҡҡа 20 кеше яҙылып, беҙҙе бик ҡыуандырҙылар. Уларға афариндан башҡа ни әйтәһең инде! Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын – отош» уйынын да бында үткәрергә булдыҡ. X синыф уҡыусыһы Карина Хәсәнова берешәрләп бүләктәрҙе күрһәтеп торһа, мәктәп китапханасыһы Гүзәл Салауат ҡыҙы Абдуллина, йәш хәбәрсебеҙ …

Continue reading ‘«Аҙна һайын – отош»’ »

«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»

Был акциябыҙҙы дауам итәбеҙ. Былтыр баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары гәзит сығарышырға ярҙам иткәйне. Ә был юлы тәжрибәбеҙҙе Өфөнән ситтә үткәреп ҡарарға булдыҡ. Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбенең V – VIII синыф уҡыусылары редакциябыҙҙың компьютерҙа вёрсткалау буйынса инженеры Гөлфирә Ҡарағужина менән «Ғаилә усағы» махсус сығарылышын әҙерләргә ихлас тотондо. Ниндәй материалдарҙы һайлап алырға, гәзит ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк бул­һын …

Continue reading ‘«Гәзитебеҙҙе бергәләп сығарабыҙ»’ »

Тәртип таҙалыҡтан башлана

Һәр яҙ һайын баш ҡалабыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр ойоштороу матур йолаға әүерелде. Быйыл да был изге эшкә дәррәү тотондоҡ. Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, урамдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы иғлан ителде һәм ул «Төҫлө өмәләр» проекты сиктәрендә үтә. Был юлы күләмле сара Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылына арналды.

Шәжәрәмде өйрәнәсәкмен

Әле мин ҡалабыҙҙың иң һәйбәт мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусыһында уҡыйым. Кеше үҙенең ете быуынын белергә тейеш. Ә мин? Бер ни әйтә алмайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атай-әсәйем дә шәжәрәһен өйрәнмәгән. Шуға оят булып китте. Был хаҡта ауыл­ға бар­ғанда оло ҡарт­әсәйемә әйттем.

Талпандар ҙа уяна

Ерҙең ҡарҙан әрселгәнен, ниһайәт, көтөп алдыҡ. Бына-бына йәшел үлән баш ҡалҡытыр. Әммә ошо матур саҡтарҙа, апрель аҙағы – май баштарында, кешегә хәүеф янаған бөжәктәр – талпандар ҙа уяна башлай. Шуға күрә һаҡланыу сараларын тағы бер иҫкә төшөрөп үтәйек әле.

Бәхетле ҡартлыҡ сере

Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисереп йәшәү бәхете һәр кемгә лә тәтемәй. Һүҙем оло тормош юлы үткән, әлеге көндә лә бер-береһенә шаяртып, яғымлы һүҙҙәр менән генә өндәшеүсе һөйкөмлө парҙар – ҡәҙерле олатайым менән өләсәйем Бибинур һәм Ғәйнетдин Алтын­ба­евтар хаҡында. Улар әле Бөрйән районы Байназар ауылында 60 йыл бергә ғүмер итеп, гәүһәр туйҙарын туйлап, гөрләтеп йәшәп …

Continue reading ‘Бәхетле ҡартлыҡ сере’ »