Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды

Земфира Байдәүләтова «Рәсәй һылыуҡайы-2018» милли матурлыҡ конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова хәбәр итте. 19 йәшлек Земфира Байдәүләтова 70 мең ғаризанан тәүге 20 исемлегенә инде. Интернетта тауыш биреүҙә Земфира етенсе урынға сыҡты. Земфира — ғаиләлә һигеҙенсе бала, уның алты ағаһы һәм бер апаһы бар. …

Continue reading ‘Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды’ »

Башҡорт теленән региональ диктант — 2018

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан быйыл инде дүртенсе тапҡыр башҡорт теленән региональ диктант ойошторола. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Был сараны үткәреү принциптары урыҫ теленән тоталь диктант яҙҙырыу тәртибе менән тап килә. Ойоштороу комитетының һәм Баһалама комиссияһының ағзалары …

Continue reading ‘Башҡорт теленән региональ диктант — 2018’ »