Был дәресте көтөп алалар

Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр уҡыу ваҡытын бушҡа үткәреү тип иҫәпләүҙәренә ҡарамаҫтан, технологияны тормош дәресе тип атарға мөмкин булыр ине. Ни өсөн тигәндә, балалар бында көндәлек тормошта кәрәк булған шөғөлдәргә өйрәнә. Теүәл фәндәрҙән бер аҙ булһа ла ял итеп, ҡул менән әйбер­ҙәр эшләү аҡылды ла үҫтерә. Ҡыҙҙарҙың кейем тегергә, бешерергә өйрәнеүҙәре киләсәктә үҙҙәре өсөн дә кәрәк буласаҡ.