«Аҙна һайын — отош»

Дуҫтар, әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ уйында ҡатнашыу өсөн квитанцияларының күсермәһен ебәрә башланы ла инде. Бисмилла итеп, бөгөн шулар араһында бүләк уйнатабыҙ. Бәхет кемгә йылмайыр икән? Был матур кәсәләр Белорет районы Йөйәк ауылына юлланасаҡ. Бүләкте Нәсимә инәй Сәй­ғәфәрова отто. Уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уйын башланып ҡына тора, бүләктәр күп. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ.

«Йәншишмә»гә яҙыл да бүләк от!

2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ҡыҙған мәле. Ошо уңай­ҙан «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафонын иғлан итте. Ул подписка тамамлан­ғансы барасаҡ. «АҘНА ҺАЙЫН ОТОШ» уйынын гәзит уҡыу­сыларыбыҙ көтөп ала һәм теләп ҡатнаша. Быйыл да нәшриәт йорто матур бүләктәр әҙерләгән. Уйында ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә яҙылырға ла квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә генә …

Continue reading ‘«Йәншишмә»гә яҙыл да бүләк от!’ »

Ҡазандан – еңеү менән!

Яңыраҡ Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте. Ул быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Мәртәбәле һынауҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәре – Адыгей, Башҡортостан, Ҡалмыҡ, Карелия, Коми, Ҡырым, Мари Иле, Мордва, Саха (Яҡутстан), Тыва, Удмуртия, Хакасия, Сыуашстан һәм башҡа республикаларҙа еңгән уҡыусылар көсөн һынаны. Ҡырғыҙстандан да вәкилдәр бар ине.

Карина башҡортса өйрәнә

Был уҡыу йылы ла уңыштарға бай бул­ды. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиа­даның район этабын­да XI «В»нан Карина Климина, X «А»нан Анас­тасия Кочкина, VII «А»нан Карина Колтыпина – еңеүсе, ә Ульяна Ледомская, Лада Гог­лачёва, Никита Сидоров, VII «В»нан Әлиә Ғайсина призёр булды. Ҡала кимәлендә лә ошо уҡ уҡыусылар үҙҙәренең башҡорт теленән белемдәрен иҫбат итте. Улар еңеүсе …

Continue reading ‘Карина башҡортса өйрәнә’ »

Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында, шунда үтте минең бала саҡ

Борон башҡорттар кем менәндер танышһалар: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй йылға һыуын һыулайһың?» – тип һорар булған. Бер ҙә юҡҡа түгел. Белеүебеҙсә, ата-бабаларыбыҙ йылға буйын төйәк итергә тырышҡан.

БДИ ла иҫәпкә алынасаҡ

Рәсәй мәктәптәрендә алтын миҙал алыу өсөн бөтә фәндәрҙән дә «бишле» алыу ғына етмәй, Берҙәм дәүләт имтиханын да юғары балдарға биреү талап ителәсәк. Мәғариф һәм фән министрлығы ошондай проект әҙерләй. Яңы үҙгәрештәр киләһе йылдан көсөнә инеүе ихтимал. Ведомство етәксеһе Ольга Васильева билдәләүенсә, ошондай шарттарҙа миҙалдың абруйы ла арта, уҡыусылар ҙа яҡшыраҡ уҡырға тырышасаҡ.

Ҡомарлы уйындар тыйыла

Минең өләсәйҙәре, олатайҙары менән кәрт һуҡҡан ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы күргәнем бар. Үҙебеҙ ҙә бәләкәй саҡта уйнай торғайныҡ. Быны ҡомарлы тип әйтеп буламы? Юҡтыр. Бары тик еңеү, отолоп ҡалмаҫ өсөн генә тырышаһың бит. Хәтерҙең дә яҡшы булыуы кәрәк әле: кемдең ниндәй кәртте нимә менән япҡанын иҫтә тотоп ултырырға тура килә бит. Ә бына аҡсаға уйнаһаң инде, ябай …

Continue reading ‘Ҡомарлы уйындар тыйыла’ »

Бүләген Хәмитовҡа тапшырған

Һәр кемгә лә бындай бәхет тәтемәй шул. Ә бына Ринал Низамовҡа үҙенең баҫҡан сувенир-быймаһын республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа бүләк итеү ҡыуанысы эләккән. 2015 йылда район һабантуйында булған ваҡиғаны әле лә яҡшы хәтерләй ул.