«Спортһыҙ – донъя йәмһеҙ!» – ти Динислам Хөсәйенов

Гимназиябыҙҙа көслө спортсылар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – Х «Б» синыфы уҡыусыһы Динислам Хөсәйенов. Ул туғыҙ йәшенән спортҡа ғашиҡ. «Динамо» стадионына футбол секцияһына йөрөй, баскетбол менән дә шөғөлләнә. Фотоһы «Гимназиябыҙҙың иң шәп спортсылары» тигән таҡтала эленеп тора.

Бар булмышым бейеүҙә сағыла

Башҡорт теле дәресендә Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина менән бергәләп «Йәншишмә» гәзитен байҡап сыҡҡандан һуң үҙем менән дә таныштырырға булдым әле. Мин Башҡортостандың иң матур ауылдарының береһе булған Амангилделә ҙур, татыу ғаиләлә тыуғанмын. Әлеге көндә урта мәктәбебеҙҙең VI синыфында тырышып ҡына уҡып йөрөйөм. Әлбиттә, уҡыу­ҙан тыш, ярат­ҡан шөғөлдәрем байтаҡ.

Темәс ҡыҙы Азалиә

Йөҙҙәрендә бер аҙ уйсанлыҡ, ҡиәфәтендә оял­санлыҡ, тыйнаҡлыҡ, шул уҡ ваҡытта саялыҡ һыҙаттары күҙгә ташланып тора. Си­ныфташ­тарына һәр яҡлап та өлгө ул Азалиә Аҡбулатова. Уҡыуҙа ла һынатмай, синыфтан тыш саралар­ҙа ла әүҙем.

Чечен һуғышында ҡатнашҡан

Атайымдың исеме – Илһам. Ул 1977 йылдың 19 ғинуарында Бишҡурай ауылында Фина һәм Әхмәт олатайымдарҙың ишле, татыу, эшһөйәр ғаиләһендә донъяға килгән. Ауыл мәктәбендә һигеҙенсе синыфты тамамлағас, район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге һөнәрселек училищеһында белем ала. Техниканы бик ярата, теләп өйрәнә. Практика үткәндә үҙебеҙҙең ауылға ҡайтып, ырҙын табағында ашлыҡ таҙартыу машиналарын хеҙмәтләндерә. Эш ваҡытында бармаҡтарын ҡыҫтыра, уны …

Continue reading ‘Чечен һуғышында ҡатнашҡан’ »

Беҙҙең гимназия йондоҙҙары

Ҡарҙар иреп, тирә-яҡ тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ҡоштар моңона тула башлағас, беҙҙә, һәр йылдағыса, «Гимназия йондоҙҙары» исемле конкурс уҙғарыла. Быйыл ул үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Берәү ҙә уҡыуҙан арымағайны

Яҙғы каникул мәлендә Өфөләге 102-се башҡорт гимназияһында Балалар китабы аҙналығы уҙғарылды. Уҡыуҙан арығандарҙыр, мәктәпте күргеләре лә килмәйҙер инде, тип уйлаһам, яңылышҡанмын икән. Ҡыҙҙар, малайҙар саҡырыуҙы ҙур теләк менән ҡабул итеп, ихлас ҡатнашты.

Матур йолаға әйләнде

Беҙҙә үткән аҙналыҡ барышында яҙыу­сылар һәм шағирҙар менән осрашыуҙар, төрлө конкурстар, акциялар, флешмобтар ойошторолдо. Ә шулай ҙа иң мауыҡтырғысы ғаиләгә арналған квест булды.

Йыл миҙгелдәре нисек барлыҡҡа килгән?

Әкиәт Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Көҙһылыу исемле ҡыҙ. Уның Һыуыҡбай исемле ағаһы, Яҙбикә исемле апаһы һәм Йәйкәй исемле һеңлеһе булған. Улар үҙҙәре бер айырым планетала ғүмер иткән. Өс ай һайын быларҙың берәүһе Ергә ҡунаҡҡа барып килгән. Тәүгеләрҙән булып Һыуыҡбай юллан­ған. Ул күренеү менән ап-аҡ ҡар бөртөктәре яуа башлаған. Ыжғыр бурандар ҡотор­ған. Кешеләр өшөп, мамыҡ шәл …

Continue reading ‘Йыл миҙгелдәре нисек барлыҡҡа килгән?’ »