Башҡортостандан йәш геройҙар, «Ҡайнар йөрәк» билдәһен яулаусылар Ҡара диңгеҙ буйына юллама аласаҡ

12 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә «Ҡайнар йөрәк» бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысының Башҡортостандан ун лауреатын бүләкләү тантанаһы үтә. Уларҙы Рәсәйҙең 85 төбәгенән 940 бала арыһынан һайлап алдылар.

Өфөлә «Тоталь диктант» Баш почтала үтәсәк

Өфөлә 14 апрелдә Ленин урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан Почта бүлексәһенең клиенттар залы «Тоталь диктант» майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Сара шәмбе көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана, диктантты радио алып барыусыһы Анастасия Реут уҡый.