Станцияларҙың ниндәйе генә юҡ ине!

Һәр яҙғы каникул һайын китапханаларҙа Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығы үткәрелә. Был байрамды 75 йыл элек балалар яҙыусыһы Лев Кассиль уйлап тапҡан. Быйылғы аҙналыҡ «Китап. Ғаилә. Яҙ» девизы менән үтте. Уның бер көнө балалар шағиры, яҙыусыһы, тәржемәсе Сергей Михалковҡа бағышланды. Сөнки уның тыуыуына 105 йыл тулғайны. Ошо уңайҙан баш ҡаланың 38-се моделле китапханаһында …

Continue reading ‘Станцияларҙың ниндәйе генә юҡ ине!’ »

Бер көнө яҡташыбыҙға арналды

Беҙҙә лә үтте Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы. Уның барышында төрлө саралар ойошторолдо. Тәүгеһе – «Тыуған ере менән һоҡланыусы» тип аталған әҙәби кисә башҡорт яҙыусыһы, Белорет районының Баҡый ауылынан сығыусы яҡташыбыҙ Сабир Шәриповтың 70 йәшлек юбилейына арналды. Интернат-лицейҙа үткән был сараны Зөлфирә Сөләймәнованың «Сабир ағайға» шиғыры менән асып ебәрҙек. Уның биографияһы менән таныш­ҡандан һуң, ижад …

Continue reading ‘Бер көнө яҡташыбыҙға арналды’ »

Дуҫың кем?

Ҡобараһы осоп йүгереп килеп ингән дуҫына Ильяс бер һорау ҙа биреп өлгөрмәне. Динар: «Сәләм! Хәлдәр?» – тине лә елдереп уның китаптары, дәреслектәре торған шкаф янына үтте. «Сәләм, Динар, әллә бер ни булдымы, нимә эҙләйһең?» – тип ҡыҙыҡһынды. Дуҫы алан-йолан ҡаранды ла куртка эсенән бер бәләкәй генә төргәк сығарып, ниндәйҙер китаптың эсенә тыҡты. Был күренешкә аптыраған …

Continue reading ‘Дуҫың кем?’ »

Биатлонсыға етеҙлек тә, мәргәнлек тә кәрәк

Октябрьский ҡалаһындағы олимпия алмашын әҙерләүсе 3-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең даны электән тирә-йүнгә киң таралған. Атап әйткәндә, бында заманында саңғыла уҙышыу буйынса күп кенә чемпиондар тәрбиәләнгән. Шуныһы тағы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа мәктәптә спорттың бик тә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс төрөн – биатлонды үҫтереүгә яҡшы нигеҙ һалынған. Әле үк йәш биатлонсылар ил һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа …

Continue reading ‘Биатлонсыға етеҙлек тә, мәргәнлек тә кәрәк’ »

Ятып ҡалғансы – атып ҡал!

«Бәйләнештә» селтәренән Өфө ҡалаһында үҫмерҙәр араһында традицион уҡтан атыу буйынса Байыҡ Айҙар кубогына «Уғатар» турниры уҙғарылыуын белгәс, ун­да бик тә ҡатнашҡыбыҙ килде. Атай-әсәй­ҙәребеҙ теләгебеҙҙе хуплап һәм ярҙам күрһәтеп, ярышҡа алып бар­ҙы.

Яңы китап туйланыҡ

Яңыраҡ беҙҙең Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей­ҙа, Әбделҡадир Инан исемендәге милли китапханала таныл­ған яҙыусы, Баш­ҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Гөлнур Яҡупованың балалар өсөн сыҡҡан «Тәбиғәттә ҡунаҡта» тип исемләнгән китабының презентацияһы үтте. Был сарала беҙҙең лицей, 2-се гимназия, 7-се мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты.

Яныбыҙҙа күпме ҡайғы, ғазап…

Шуныһы шәп: ауылыбыҙ Өфөгә яҡын урынлашҡан. Шуға ла театрҙарға, киноларға, ҡаланың иҫтәлекле урындарына барыу беҙгә бик еңел. Бер матур көндө башҡорт теле уҡытыу­сыһы Рида Рәзиф ҡыҙы Кашапова беҙҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаде­мия драма театрына «Хыялға ҡар­шы» спектаклен ҡарарға алып китте. Күптән йыйына инек.

Һыу эсеү файҙалы

Фәнни тикшеренеүҙәр һыу эсеүҙең файҙалы булыуын иҫбатлай. Ас ҡарынлай ҡулланыу күп ауырыу­ҙарҙан ҡотолорға йәки еңеләйтергә ярҙам итә икән. Быны Японияла йәшәүселәр яҡшы белә һәм иртән уянғас уҡ һыу эсеүҙе ғәҙәттәренә әйләндергән. Шуға улар араһында оҙаҡ йәшәүселәр ҙә күп. Япондар һыу эсеү тәртибен дә уйлап тапҡан.